Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Ил ҡеүәте йәш уҡытыусылар ҡулында

Көслө рухлы, оло йөрәкле, егәрле һәр саҡ белемгә ынтылыусы кешеләр – уҡытыусылар. Бына ошондай ыңғай, матур сифат­тарҙы күреп үҫә Зөлфиә Хәлит ҡыҙы ИҪӘНБАЕВА әсәһенән. Архангел районы Тәүәкәс ауылында донъяға килгән апайым бәләкәй сағынан башҡорт әҙәбиәтенә ғашиҡ. З. Биишева, Н. Мусиндың әҫәрҙәрен яратып уҡый ул. Мәктәпте тамамлағанда ниндәй һөнәр һайларға тип баш ватмай – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға ҡарар итә. Һис икеләнмәйенсә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультетына уҡырға керә. Студент сағында үҙен төрлө яҡтан әүҙем студент итеп күрһәтә. Һамар ҡалаһында үткән «Иволга – 2014» йәштәр форумында үҙенең «Изгелек» социаль проектын яҡлай. Был проект студенттарҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, яңғыҙ пенсионерҙарға, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға, йортһоҙ хайуандарға туранан-тура ярҙам күрһәтеү буйынса социаль әһәмиәтле эштәргә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Университетта үткәрелгән башҡа сараларҙа ла әүҙем ҡатнаш

Көслө рухлы, оло йөрәкле, егәрле һәр саҡ белемгә ынтылыусы кешеләр – уҡытыусылар. Бына ошондай ыңғай, матур сифат­тарҙы күреп үҫә Зөлфиә Хәлит ҡыҙы ИҪӘНБАЕВА әсәһенән.

Архангел районы Тәүәкәс ауылында донъяға килгән апайым бәләкәй сағынан башҡорт әҙәбиәтенә ғашиҡ. З. Биишева, Н. Мусиндың әҫәрҙәрен яратып уҡый ул. Мәктәпте тамамлағанда ниндәй һөнәр һайларға тип баш ватмай – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға ҡарар итә. Һис икеләнмәйенсә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультетына уҡырға керә. Студент сағында үҙен төрлө яҡтан әүҙем студент итеп күрһәтә. Һамар ҡалаһында үткән «Иволга – 2014» йәштәр форумында үҙенең «Изгелек» социаль проектын яҡлай. Был проект студенттарҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, яңғыҙ пенсионерҙарға, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға, йортһоҙ хайуандарға туранан-тура ярҙам күрһәтеү буйынса социаль әһәмиәтле эштәргә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Университетта үткәрелгән башҡа сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша Зөлфиә Хәлит ҡыҙы. Ғөмүмән, уның иптәштәре лә үҙҙәрен һынатмай. Ул уҡыған төркөм «Иң яҡшы төркөм» исеменә лайыҡ була.
Биш йыл уҡыу дәүерендә ул тырыш, талантлы, талапсан уҡытыусыларынан был һөнәрҙең асылына өйрәнеп, Дим биҫтәһенең 103-сө мәктәбенә эшкә урынлаша. Мәктәптә йәш белгесте ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар, яратҡан эшендә ҡолас ташлап эшкә керешә ул. Уға башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән балаларға телебеҙгә һөйөү орлоғо һалыу бурысы йөкмәтелә. Бөгөнгө көндә туған телебеҙҙе һәм әҙәбиәтебеҙҙе өйрәнеү, һаҡлау, үҫтереү, уның матурлығын йәш быуынға еткереү — башҡорт теле уҡытыусыһының ҙур бурысы. Ул дәресендә төркөмдәрҙә эшләү алымдарын ҡулланырға тырыша. Был алым үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләй, бәләкәй төркөмдә һәр кемгә үҙ көсөн һынап ҡарарға мөмкинлек тыуҙыра.
Йәш, талантлы уҡытыусының тырышлығын, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмауын күреп, мәктәп етәкселеге Өфөлә уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы – 2019” конкурсында ҡатна­шырға тәҡдим итә. Бер ҙә икеләнмәйенсә ризалыҡ бирә Зөлфиә Хәлит ҡыҙы. Ике йыл мәктәптә эшләп туплаған тәжрибәһен башҡа уҡытыусылар менән уртаҡлашыу мөмкинселеге килеп сығыуына ҡыуанып китә. Бар көсөн һалып, конкурс һынауҙарын уңышлы атҡарып сыға ул. Тырышлығы бушҡа китмәй. Жюри ағзалары уны юғары баһалап, йәш уҡытыусылар араһында «Педагогик өмөт – 2019» номи­нация­һында еңеүсе тип билдәләй.
– Һәр конкурста үҙенә күрә ауырлыҡтары була, уларҙан ҡурҡырға кәрәкмәй, үҙ көсөңдө һынап ҡарарға кәрәк. Уның яҡшы яҡтары ла бик күп, дәрт, ышаныс арта. Һәр бер тарихи дәүер туған телдәр уҡытыусыһы алдына яңы талаптар ҡуя. Бөгөнгө уҡытыусы заман менән бергә атлап, заманса дәрес үткәрергә, яңы талаптарға яуап бирергә тейеш. Яңы технологик дәүер уҡытыусыларҙан компьютерҙы белеү, белгәнеңде тормошта ҡуллана алыуҙы, юғары интеллектуаль үҫеш кимәле, етдилек һәм яуаплылыҡты талап итә. Конкурстан һуң мин тағы ла бер тапҡыр уҡытыусы һөнәрен дөрөҫ һайлағаныма инандым, – тип фекере менән уртаҡлаша йәш уҡытыусы.
Тормош арбаһы алға тәгәрәй, 2017 йылда Зөлфиә Хәлит ҡыҙы һөйгән егете Вадим менән сәстәрен сәскә бәйләй. Дим биҫтәһендә ике йыл йәшәгәндән һуң улар, торлаҡ һатып алып, тыуған яҡтарында төпләнә. Әлеге көндә ул Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Тырыш, егәрле, үҙ эшен төптән белгән уҡытыусыны хеҙмәттәштәре хөрмәт итә. Бер йыл эшләгәндән һуң, Зөлфиә Хәлит ҡыҙын уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар. Күптәргә үрнәк, йәш быуынға остаз булып, бар күңелен һалып ошо колледжда етенсе йыл эшләп йөрөй ул. Бында эшләү уның өсөн яңы мөмкинлектәр аса, тынғыһыҙ уҡытыусы студенттары менән дә, үҙе лә конкурстарҙа ҡатнашыуҙан туҡтамай. Үҙе уҡытҡан төркөм менән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дистанцион төбәк–ара олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Яңыраҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы составында Өфөлә үткән республика башҡорттары съезында “Йәштәр йылы”н асыу тантанаһында ҡатнашты.
Зөлфиә Хәлит ҡыҙы студенттарына спортта ла өлгө булып тора. Колледждың волейбол командаһында актив уйынсы ул. Үткән йыл район үҙәгендә үткәрелгән “Бөтә Рәсәй йүгереү көнөндә” икенсе булып килде.
Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, ваҡыт үткән һайын мәғариф системаһында эшләүселәргә ҡараш үҙгәрә, ихтирам кәмегәндәй тойола. Зөлфиә Хәлит ҡыҙы кеүек үҙ эшен яратып, уның абруйын күтәреп эшләгән йәштәр барҙа – уҡытыусы һөнәренең баһаһы һәр саҡ юғары булыр.



Лиана Ғәлина, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенты.