Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Элекке Байрас түгел ул хәҙер

Көн һайын тиҫтәләрсә водитель эскән килеш руль артына ултырып, юлға сыға. Бының енәйәткә тиң булыуы хаҡында уйлайҙармы? Уйла­һалар, спиртлы эсемлек эскәндән һуң транспортҡа яҡын да бармаҫтар ине, моғайын. Ә статистика күр­һәтеүенсә, Рәсәйҙә бөтә юл-транспорт ваҡиғаһының туҡһан проценты – иҫерек водителдәр намы­ҫында. Эсеп рулгә ултырыуы арҡа­һында Байрас* исемле ирҙең дә, хәйер, бер уның ғынамы – тағы бер нисә кешенең бәхетле тормошо пыран-заран килгән. Ошо хаҡта Байрастың ҡатыны һөйләй:

– Туйға барҙыҡ. Эй, күңелле, матур үтте ул! Тик ҡайтыр саҡта, инде машиналарға тейәлгәс тиерлек, ҡо­ҙалар, хуш аяғы, тип быуынға төштө бит! Бигерәк тә бер ҡоҙаса Байрасҡа үтә бәйләнде, бер генә рюмка, юғиһә  ҡайтармайым, үпкәләйем, тип өҫтөнә менеп барҙы. Ирем, мин бит рулдә, эсмәйем, тип тора, уныһы, ай-вайына ҡарамай, бер генә рюмканан бер ни булмай, хәҙер биш минуттан осоп бөтә ул, һин ирме-түгелме, шулай уҡ мөсһөҙмө ни, тип араҡыны ауыҙына көсләп тигәндәй ҡойҙо, артынса бер телем ҡыяр ҡаптырған булды. Байрасҡа, әле былай ҙа йүнләп айнып бөтмәгән кешегә, шул етте, иҫерҙе. Ҡарамаҡҡа айыҡ кеүек, әммә күҙҙәре тоноҡланғанынан иҫергәнен беләм. Шуға ла, әйҙә, үҙем алып ҡайтайым, тип тәҡдим иттем. Һин дә эстең бит, ти. Мин, ыздарауай бисәгә бер рюмка нимә ул, тип көлһәм дә, эстән шик ҡорто йөрәкте кимергәндәй булды, билдәһеҙ борсолоу артҡандан-артты. Шул килеш юлға сыҡтыҡ. Һиҙемләүем бушҡа булмаған ине: Байрас юлда кешене тапаны... Йәйәүле алдыбыҙға кинәт килеп сыҡҡандай тойолдо. Бер секунд эсендә ирҙең аптыраулы ҡурҡ­ҡан ҡарашын күреп, йөрәгем уртаға теленде... Мин ҡулымды алға ҡуйып, аһ, тип кенә ҡысҡырып өлгөрҙөм дә, күҙемде сытырлатып йомдом. Йә­йәүленең кәүҙәһе алғы тәҙрәне ватып инә яҙҙы. Ул хатта ҡысҡырманы ла. Байрас аҡырып һүгенеп, бар көсөнә тормозға баҫты... Һуңынан барыһы ла төш кеүек кенә ине. Башҡа водителдәр туҡтаны, “Тиҙ ярҙам”, ЮХХДИ инспек­торҙарын саҡырҙылар, ахыры, ке­меһелер йәйәүлегә ярҙамға ашыҡты. Мин ҡаттым да ҡуйҙым. Ҡыбырлай ҙа алманым. Мейем бөтәһен дә фиксациялай, әммә ваҡиғаны аңлар, төшөнөр хәлдә түгелмен.

– Ни эшләнем мин?! – Байрастың әрнеүле тауышы алыҫтан ишетелгән һымаҡ ине. Ҡан баҫымым ҡапыл күтәрелеп, ҡолаҡтар тонғанын аҙаҡ ҡына аңланым. Байрас машинанан сыҡты. Мин дә, саҡ ҡуҙғалып, сығып баҫтым. Эргә-тирәләге ирҙәр беҙгә ҡарамай, ә ҡатындарҙың береһе Байрасҡа һәм миңә тишерҙәй итеп ҡарап, теш араһынан: “Кеше үлте­реүселәр!” – тине. Мин ғәйепле түгел, тип аҡланғым килде. Был төш кенәлер, уянырға ине, тип уйланым. Әммә ҡурҡыныс ысынбарлыҡ дауам итте. Йәйәүле йән биргәйне. Мин ул ятҡан яҡҡа ҡарамаҫҡа тырыштым. Байрас ҡустыһына шылтыратты. Ҡулдары дерелдәгәнен күреп, тауышы ҡалты­рағанын ишеткәс, шундай ныҡ ҡыйын булды. Ул бит алама кеше түгел, киреһенсә, көслө, кешелекле, ярҙам­сыл, ихлас, тигән уйҙан илағы килде... “Тиҙ ярҙам”, ЮХХДИ инспекторҙары килеп еткәс, протокол төҙөнөләр, йәйәүлене тейәнеләр, эвакуатор саҡырҙылар... Беҙҙе ҡәйнеш килеп алып ҡайтты.

Байрас күҙ алдында ҡартайҙы. Алсаҡ ирем бөтөнләй һөйләшмәүсәнгә әй­ләнде. Гел йөрәген ышҡып, ҡара янып тик йөрөнө. Үҙе менән бер-бер хәл итеп ҡуймаһын, тип ут йотоуым... Иремде ике йылға хөкөм итеп, судта ҡулға алдылар. Байрас айыҡ булып, йәйәүле үҙе юлға килеп сыҡһа, бәлки шартлы ғына хөкөм итерҙәр ине, әммә ләкин... Һәләк булған ирҙе ерләү сы­ғымы, уның бәлиғ булмаған ике балаһы үҫеп еткәнгә тиклем түләүҙәр, ғаилә­һенә рухи зыянды ҡаплау Байрасҡа ғына түгел, тотош ғаиләбеҙ өҫтөнә ауыр йөк булып ятты. Ә беҙҙең үҙебеҙҙең өс бала. Был ҡурҡыныс ваҡиғаға сәбәпсе, бер генә рюмканан бер ни булмай, тип иремде көсләп эсергән дыуамал ҡатынға рәнйеүем... Тапалған ирҙең әсәһе судта Байрасты, бәхет йөҙөн күрмә, бала рәхәтен күрмә, тип ҡарғап ултырҙы. Байрасым уға күҙҙәрен тултырып ҡарап, кисерә алһағыҙ, кисерегеҙ, тине. Тамуҡта ян, тине оло йәштәге ҡатын, нәфрәтен йәшермәй. Шул мәлдә эстән генә Алланан ярлыҡау һораным, ирем өсөн дә, балаларым өсөн дә.

Ирем хөкөмөн тултырып, өйгә ҡайтты. Элекке Байрас түгел ул хәҙер. Бөтөнләй икенсе кеше.

Көлөүен ишеткем килә. Башын артҡа ташлап, ихласлап көлөүе, күҙҙәренән нур сәсеп, йылмая-йылмая хәбәр һөйләүе һағындырҙы. Ә уның күҙҙәре һүнгән... Ятҡан-торған һайын балаларыма һаулыҡ, уңыш, бәхет теләйем, мин ныҡ, беше, бирешмәм, ирем һау булһын, тип уның ыңғайына торорға тырышам. Авария хаҡында ләм-мим өндәшмәй. Ул өндәшмәгәс, мин дә һүҙ ҡалҡытмайым. Бәлки, һөйләшһәк, күңеле бушар ине. Тағы ла ярты йылдан уға водитель танытмаһын ҡайта­расаҡтар. Байрас үҙ эшенә ҡайтһа, беҙгә саҡ ҡына булһа ла еңелерәк булыр ине, тим. Финанс йәһәттән дә, рухи яҡтан да. Әле ул ситтә, ҡалымда. Ҡунаҡҡа йөрөүҙәр бөттө. Саҡырһалар – баш тартабыҙ. Шулай тормош икегә бүленде: аварияға тиклем һәр көнөбөҙ яҡты, ҡояшлы ине, хәҙер гүйә эңерҙә ҡалғанбыҙ. Әлдә тиктормаҫ балалар өйҙө гөрләтеп тора, юғиһә, белмәйем, нисек йәшәр инек. Ҡуй инде, бер рюмка араҡы, бер рюмка ошо хәлгә килтерҙе...

Байрасты ултыртҡан саҡта уҡ был ҡатынға бер әхирәте, айырылыш та ҡуй, тигән. Ул айырылышмаған. Яҙмыш һынауын ире менән бергә күтәрә, ғәйепте үҙендә лә күрә. Ә һеҙ эскән килеш рулгә ултыраһығыҙмы? Ошондай һынауҙарға әҙерһегеҙме?

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

*Исемдәр үҙгәртеп алынды.