Бүздәк районының Әмир ауылы уңғандары махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Аҡса йыйып кәрәк-яраҡ алалар. Маскировка селтәре үреү буйынса ла ҙур эш ойошторолған. Бының өсөн махсус станок та эшләп алғандар. Ә яңыраҡ улар 35-се селтәрҙе үреп бөткәндәр. Әлиә Тимерйәнова, Нурия Ишмаева, Тәнзилә Исмәғилева, Зөлфирә Мансурова, Розалия Ниғмәтуллина, Зөбәйҙә Ғиләжева, Эльвира Ниғмәтуллина, Динар Гәрәев кеүек уңғандар яугирҙәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Был эште ойоштороусы Рәмил Мансуров ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. ”Беҙ бергә булғанда, беҙҙе һындырыу мөмкин түгел” тигән дөйөм маҡсат менән эшләй улар. - Егеттәргә беҙ ебәргән әйберҙәр генә түгел, күңел йылыбыҙ ҙа барып етһен ине. Иң мөһиме - улар иҫән-һау ғына булһындар, - тигән изге теләктерен еткерә ирекмәндәр. Фото: район хакимиәтенән.