Бөгөн ашығыс хеҙмәттәргә Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән һәм артабан автомобиль түңкәрелгән тигән хәбәр килә. Асыҡланыуынса, “ВАЗ-2105” машинаһы әйләнгән һәм күперҙән ҡолап төшкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынына тиҙ арала Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, табиптар һәм полиция килгән. Үкенескә күрә, фажиғә һөҙөмтәһендә 1952 һәм 1967 йылғы ике ир һәләк булған, тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә. “Яҡынса мәғлүм буйынса, бөгөн көндөҙ 71 йәшлек “ВАЗ-2115” водителе артҡа хәрәкәт иткән саҡта, йылғаға төшөп киткән. Водитель һәм уның пассажиры һәләк булған. Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, ул кешеләрҙең үлем сәбәбен билдәләргә тейеш”, – тип өҫтәнеләр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтендә. Фото: ГАИ.