Регина һәм Денис Аҙнаевтар - Салауат ҡалаһында йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙең береһе. Улар тормоштарын үҙ-ара аңлашып, хөрмәт итеп йәшәүҙә күрә. Балаларында ла ошо күркәм сифаттарҙы тәрбиәләргә тырышалар. Йәш ғаилә бала табыу һәм уларҙы тәрбиәләү мәсьәләһенә бик яуаплы ҡарай. – Мин үҙем татыу ҙур ғаиләлә үҫтем, шуға күрә минең өсөн бәхетле ғаиләнең тәүге билдәһе – балаларҙың шатланып көлгән тауышы. Беҙҙең өс улыбыҙ бар, уларҙы ҡарау еңел түгел, әммә мин башҡа тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайым, – ти Регина. – Өй балалар тауышы, ығы-зығы менән тулып китә, әммә беҙ шуның менән бәхетле. Эш тә күп, һәр береһе менән һөйләшергә, ваҡыт бүлергә, уйнарға кәрәк. Улар беҙҙе энергияһы, оптимизмы менән дәртләндерә. Улдарыбыҙ – тормошобоҙҙоң мәғәнәһе, уларҙың именлеге, яҡшы тормошо өсөн беҙ бөтәһен дә эшләргә әҙер,– тип өҫтәй Денис. Һәр баланың үҙ мәнфәғәттәре һәм шөғөлдәре бар. Артур быйыл 5-се класҡа, Арыҫлан 3-сө класҡа уҡырға бара. Икеһе лә 25-се башҡорт гимназияһында уҡый. Береһе йөҙөү, ике