Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сибайҙа стадион һәм парктар төҙөкләндерелә

Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһы күҙгә күренеп төҙөкләнә. Урал аръяғында берҙән-бер булған “Терра Урал аръяғы” экопаркы ла ҡала халҡының ғына түгел, ҡунаҡтарҙың да яратҡан урынына әйләнде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика етәксеһе вазифаһында эш башлаған осорҙа уҡ һәр ҡала һәм район үҙәгендә уңайлы ҡала мөхите һәм йәшәү шарттары булдырыуҙың мөһимлеген белдерҙе. Муниципалитеттарҙың үҫеш программаһын тормошҡа ашырғанда тораҡтарҙың тышҡы йөҙөн, ихаталарҙы, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү мәсьәләһен күтәреп, был эшкә ҙур иғтибар бирәсәктәрен әйтте. Республикала 2019-2024 йылдарҙа парктар, скверҙар, ял зоналарын төҙөкләндереү, инфраструктураны яңыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Ял итергә “Терра Урал аръяғы”на кил! 1961 йылда нигеҙ һалынған Мәжит Ғафури исемендәге парк бөгөн “Терра Урал аръяғы” экопаркына әүерелде. Уның тәүге исеме - XXII партия съезы исемендәге ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы. 1982 йылда бында тәүге аттракциондар ҡуйыла. 1986 йылда биләмәлә Пионерҙар йортоноң яңы би

Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһы күҙгә күренеп төҙөкләнә. Урал аръяғында берҙән-бер булған “Терра Урал аръяғы” экопаркы ла ҡала халҡының ғына түгел, ҡунаҡтарҙың да яратҡан урынына әйләнде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика етәксеһе вазифаһында эш башлаған осорҙа уҡ һәр ҡала һәм район үҙәгендә уңайлы ҡала мөхите һәм йәшәү шарттары булдырыуҙың мөһимлеген белдерҙе. Муниципалитеттарҙың үҫеш программаһын тормошҡа ашырғанда тораҡтарҙың тышҡы йөҙөн, ихаталарҙы, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү мәсьәләһен күтәреп, был эшкә ҙур иғтибар бирәсәктәрен әйтте. Республикала 2019-2024 йылдарҙа парктар, скверҙар, ял зоналарын төҙөкләндереү, инфраструктураны яңыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Ял итергә “Терра Урал аръяғы”на кил! 1961 йылда нигеҙ һалынған Мәжит Ғафури исемендәге парк бөгөн “Терра Урал аръяғы” экопаркына әүерелде. Уның тәүге исеме - XXII партия съезы исемендәге ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы. 1982 йылда бында тәүге аттракциондар ҡуйыла. 1986 йылда биләмәлә Пионерҙар йортоноң яңы бинаһы төҙөлә. 1999 йылдан парк Мәжит Ғафури исемен йөрөтә. 2011 йылда уның биләмәһендә "Ирәндек" боҙ һарайы асыла. 2020 йылдың сентябрендә Сибай Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыға, һәм төҙөкләндереү эштәре башлана. Әле ул "Экопарк. Терра Урал аръяғы" тип атала. "Был – Сибайҙа күптән төҙөкләндереүгә мохтаж ҙур парк. Ул төрлө йәштәгеләрҙе ылыҡтырыу, ял итеү, спорт һәм ижад менән шөғөлләнеү, күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыу урыны, – тип билдәләгәйне Радий Хәбиров Сибай ҡалаһындағы сәфәрҙәренең береһендә. — Был – әүҙем эшебеҙ һәм Рәсәй конкурсында паркты реконструкциялау проекты менән еңеүебеҙ һөҙөмтәһе. Хәҙер атҡарыласаҡ эш һөҙөмтәһендә халыҡ бында әүҙем килергә тейеш. Элек ошо ер буш, ташландыҡ булған. Бөтә парктарҙы бына шулай үҙгәртергә кәрәк". Паркта йәйәү йөрөү һәм рекреацион зоналар, өлкәндәр, коляскалы әсәләр, йәштәр, кескәйҙәр өсөн майҙансыҡтар эшләнгән. Һуңғы өс йыл эсендә бында йәйәүлеләр юлдары ремонтланған, эттәрҙе йөрөтөү өсөн майҙансыҡ йыһазландырылған, яңы тышҡы яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылған, ағастар, ҡыуаҡтар ултыртылған, балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән. Таш композицияларҙан үҙәк аллея булдырылған, архитектура яҡтыртҡыстары ҡуйылған. Парктың төньяҡ өлөшөндә эскәмйәләр, перголалар, бәүелсәктәр һәм тыныс ял өсөн ыҡсым лаунж-зона эшләнгән. Ваҡиғалар майҙансығы, спорт коворкингы, скейт-майҙансыҡ барлыҡҡа килде. Паркты төҙөкләндереүгә бөтәһе 270 миллион һум тотонолған. Парк шулай уҡ экоүҙәк өсөн майҙансыҡ, студенттар өсөн асыҡ баҡса буласаҡ, унда Урал аръяғын үҙ иткән үҫемлектәр үҫтерә аласаҡтар. Бөгөн ысын мәғәнәһендә “Терра. Урал аръяғы” эко паркы – сибайҙарҙың иң яратҡан урыны. Бында һәр көн һайын балаларҙың шат тауыштары яңғырай, сәләмәт тормошто үҙ итеүселәр спорт майҙансыҡтарында, тренажерҙар биләмәһендә шөғөлләнә, кемдер скандинавса йөрөүҙө үҙ итә. Бәүелсәктә бәүелеп, тирә-яҡтың матурлығына һоҡланып, эскәмйәләрҙә китап уҡырға яратыусыларҙы ла осратырға мөмкин. Һынлы сәнғәтте яратыусылар ҙа паркҡа һүрәт төшөрөргә килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, заман талаптарына яуап биргән, бар мөмкинлектәре булған парк барыһына ла оҡшай һәм уның төҙөкләндереүенә ҡала халҡы республика етәкселегенә ҙур рәхмәтле. Стадион да тиҙҙән сафҡа инәсәк Сибай ҡалаһының “Труд” стадионы күптән төҙөкләндереү талап иткән йәмәғәт урыны ине. Былтыр март айында, ниһайәт, уның биләмәһен яңыртыу буйынса “РУПР” төҙөлөш компанияһы менән килешеү төҙөлдө. – Стадиондың майҙаны бик ҙур, шуға күрә төҙөкләндереү эштәре планға ярашлы ике-өс йыл дауамында алып барыласаҡ. Эштәр бюджеттан бүленгән аҡса күләменә бәйле атҡарыласаҡ. Былтыр стадиондың Сибай концерт-театр берекмәһе янындағы өлөшө яңы төҫ алды, – ти ти ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Марс Мусин. Марс Венер улы әйтеүенсә, стадионда тротуарҙар һалынған, инженер-техник системалар селтәре һуҙылған, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған, бәләкәй архитектура формалары, ял итеү урыны барлыҡҡа килгән, биләмә йәшелләндерелгән. Дөйөм алғанда, уҙған йылда йәмәғәт урынын төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан 18 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Төҙөлөш эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы башҡарыла. Был проект сиктәрендә ҡалабыҙҙа 2017 йылдан алып парк һәм скверҙар рәткә килтерелә. — “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” милли проектына ярашлы, ҡалабыҙҙың күп кенә объекттары яңы төҫ алды. Шулар иҫәбендә ҡала пляжы һәм “Терра Урал аръяғы” экопаркы, – тип тә өҫтәне Марс Мусин. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн урындағы халыҡтың теге йәки был урында яңыртыу кәрәклеге хаҡында (02.городсреда.ру) махсус порталында тауыш биреүе кәрәк. Сибайҙар уҙған йылда әүҙемлек күрһәтеп, стадион биләмәһен яңырта башлауҙары маҡтауға лайыҡ. Киләһе йылдарҙа ла йәмәғәт урынында этапҡа ярашлы төҙөлөш эштәре дауам итәсәк. ФЕКЕР Эльза Мансурова, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты: — Ошо көндәрҙә эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булдым һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев, эшҡыуар Роман Зәйдуллин менән берлектә “Труд” стадионында барған эштәр менән таныштым. Объект “Уңайлы ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелә. Август аҙағына эштәрҙе тамамлау планлаштырыла. Ағас–ҡыуаҡтарҙың төбө алынып, юлдарға асфальт һалынған. Стритбол өсөн майҙансыҡ эшләнгән, заманса 35 урам яҡтыртыу ҡоролмаһы ҡуйылған. Август аҙағында эштәр тамамланырға тейеш. Зинира Шаһиева, Сибай концерт-театр берекмәһенең кадрҙар бүлеге етәксеһе: — “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” милли проектына ярашлы, ныҡлы үҙгәреш кисергән йәмәғәт биләмәһендә ҡалабыҙ халҡы бөтә буш ваҡыттарын, ялдарын үткәрә. Йәй пляжда һыу инәләр, паркта рәхәтләнеп ял итәләр. Беҙҙең берекмә биләмәһенә теркәлгән стадиондан хәҙер балалар өҙөлмәй: әүһәләктәрҙә эйәләр, эскәмйәләрҙә ял итәләр, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙың булыуы ла бик яҡшы. Проект, ысынлап та, һәр кем өсөн уңайлы ҡала шарттары тыуҙыра. Шулай уҡ яҡын арала Сибай ҡалаһындағы Владимир Маяковский исемендәге сквер биләмәһе лә төҙөкләндереләсәк. Фото: Сибай ҡала ял һәм мәҙәниәт паркы.