Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Водителһеҙ елгән автобусты туҡтатырға тура килә уға

«ДДТ» позывнойлы яугир бер нисә юғары белемгә эйә, уға 55 йәш, гитарала яҡшы уйнай һәм йырлай”, тип яҙа “Стерлитамакский рабочий” гәзите. Уның һөнәрҙәре тыныс тормошта бик кәрәкле. Әммә ул үҙе теләп фронтҡа китә. “Ватанды һаҡларға, һөжүм итеүҙәрҙе туҡтатырға кәрәк”, тип иҫәпләй ул. Ә бынан байтаҡ йылдар элек водителдең аңын юғалтыуы арҡаһында идара ителмәй үҙ яйына елдергән автобусты туҡтатырға тура килә. Күпме пассажирҙы бәләнән йолоп алып ҡала. Ул саҡта мәсьәләне бер үҙенә хәл итергә тура килһә, хәҙер ул яңғыҙ түгел. Уның батырлығы хаҡында аҙ яҙылмай. Мәскәүҙән телевидение хеҙмәткәрҙәре килеп, тапшырыу эшләй. Андрей Малахов тапшырыуында ҡатнаша. Был ваҡыттан һуң күп һыуҙар аҡты инде. Ә яңыраҡ оператив кәңәшмәлә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов “награда геройҙы эҙләп тапты” тигән һүҙҙәр менән яугиргә Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. “ДДТ” үҙе тураһында һөйләргә яратмаһа ла, хеҙмәт иткән 31-се “Башҡортостан” полкы тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләй. –Беҙҙә хеҙмәт иткән егеттәр төрлө милләттән һәм төрлө йәштә. Улар - дошманға ҡаршы тора алырлыҡ ҙур көс. Тыуған илде яҡлаясаҡбыҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! –ти яугир. Әле ул госпиталдә дауаланып өйөнә ҡайтҡан. Хәрби-табиплыҡ комиссияһын үткәндән һуң яңынан хеҙмәттәштәре янына барырға теләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Татьяна Саркисова фотоһы.