Бар яҡлап та үҫеш, үҙгәрештәр барған заманында йәшәйбеҙ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, тирә-яҡта донъя шул тиклем етеҙ үҫешә һәм хатта беҙ көтмәгән юлдарҙан китә. Эшҡыуар Айбәк Мәдрәхимовтың тормошо ла көтөлмәгәндә, уйламағанда киҫкен боролош ала. Барыһы ла дача алыуҙан башлана Пандемия һәр беребеҙҙең тормошонда үҙ эҙен ҡалдырҙы, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Ул донъяға икенсе күҙлектән ҡарарға, быға тиклем күрмәгән йә иғтибар итмәгән әйберҙәрҙе баһаларға, тәбиғәткә яҡын булырға өйрәтте. – Тәүҙә ҡатыным менән үҙебеҙгә ял урыны эҙләнек. Шул уҡ ваҡытта Белорет районының Инйәр ауылынан алыҫ булмаһын тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Өс-дүрт аҙна шул тирәләге ауылдар буйлап йөрөп, үҙебеҙгә оҡшаған ерҙән дача өсөн өйҙәр ҡараныҡ. Шулай итеп, Йөйәккә килдек һәм шунда уҡ был ауылды, тәбиғәтен оҡшаттыҡ. Үҙебеҙ ҙә уйламаҫтан, ауылдың ситендә, Инйәр йылғаһы ярында урынлашҡан, артында ҡара урман булған ошо участкаға килеп туҡтаныҡ. Күрше йорттан бер ир килеп сыҡты. “Һатыламы?” – тип һораныҡ унан. Ул ошо ерҙең хужаһына шылтыратты. Шулай итеп, беҙҙең бәхеткә, хужаһы был участканы һатыуға ҡуйған булған һәм уны беҙ алдыҡ, – тип һөйләне Айбәк Әнүәр улы. Туристар был урынды ярата Был хәл пандемия алдынан була. Ковид башланғас, Айбәк Мәдрәхимов ғаиләһе менән Йөйәккә дачаларына ял итергә килә. – Ауылға килеп төшкәс, Инйәр йылғыһы ярында кешенең күплегенә хайран ҡалдыҡ. Палаткалар ҡороп, шунда йәшәп яталар, кемдәрҙер кәмәләрҙә йөҙә. Автобустар, машиналар геүләп тора – берәүҙәрҙе алып килтерәләр, икенселәрен алып китәләр. Беҙҙең баҡсаға әйберҙәрен элеп бөткәндәр. Туристарға был урындың оҡшауын күргәс, беҙҙең башта ҡапыл ял базаһы төҙөү уйы тыуҙы, – тип фекерен уртаҡлашты “Йөйәк дачалары” базаһы хужаһы. 2023 йылда был урында барлыҡ уңайлы шарттары булған афрейм стилендә (ҡыуыш формаһында) ике йорт ҡалҡып сыға. Шулай уҡ ял итеүселәрҙең ихтыяжына яуап биргән ике һыу мискәһе (шан) ҡуйыла. Һәр йорттоң ихатаһы айырым кәртәләнә. Шәп мунса ла төҙөгәндәр, канализация, һыу системаһы ла эшләгәндәр. Балалар өсөн уйын майҙансығы ла бар, бассейн да ҡуйғандар. – Киләсәктә тағы ла дүрт кешелек ғаиләгә иҫәпләнгән өс йорт, шулай уҡ алты-ете кеше өсөн бүлмәләре булған танхаус төҙөйәсәкбеҙ. 12х12 метр ҙурлыҡтағы ике ҡатлы йортта ҡунаҡхана, администратор бүлмәһе урынлашасаҡ. Ашхана өсөн айырым бина төҙөйәсәкбеҙ, сөнки ҡайһы бер ял итеүселәр ашарға әҙерләүҙе һорай. Ғөмүмән, бында 12 кешегә эш урыны булдырыласаҡ, – тине Айбәк Мәдрәхимов. “Ауылыбыҙҙа эшләү оҡшай” “Туризмды үҫтереү – ул республиканың киләсәгенә инвестициялар һалыу һәм эш урындары булдырыу”, – тип белдергәйне республика Башлығы Радий Хәбиров. Әлеге ваҡытта “Йөйәк дачалары” ял базаһында ике кешенең – ирле-ҡатынлы Флүрә Тәхиә ҡыҙы менән Айтуған Рәсүл улы Ғәйнетдиновтарҙың шөғөл табыуы ошо хаҡта һөйләй ҙә инде. – Йөйәк ауылына килен булып төшөүемә – 30 йыл. Ирем менән ситкә йөрөп эшләнек – “Асы” шифаханаһына, Яр Саллы ҡалаһына, ковид ваҡытында күрше Архангелдәге Максимовка ололар йортона. Әле мәктәптә эшләйем. Былтыр октябрҙә “Йөйәк дачалары” асылғас, ирем менән шунда эшкә урынлаштыҡ. Тәүҙәрәк туристар ял көндәрендә генә килә ине, хәҙер халыҡ өҙөлмәй – берәүҙәр килә, икенселәре китә. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләйҙәр. Ауылыбыҙҙа эшләү оҡшай, – тине Флүрә Тәхиә ҡыҙы. Беҙ барғанда ул, бүлмәләрҙе йыйыштырып, Өфөнән килгән туристарҙы ҡаршыларға йыйына ине. Күп тә үтмәне, базаға йәштәр компанияһы килеп урынлашты. “Ни өсөн “Йөйәк дачалары”н һайланығыҙ?” – тип ҡыҙыҡһынып, улар менән дә аралаштыҡ. – Был ял базаһы тураһында “Авито” иғландар сайты аша белдек. Беҙҙең өсөн уңайлы көнө лә тура килде. База эргәһендә йылға аға, мунсаһы, шаны ла бар. Тәбиғәт ҡосағында уңайлы шарттарҙа ял итеү мөмкинлеге булғас, ошо урынды һайланыҡ, – тине Динислам Хәбибуллин. – Беҙ универсалдар, ял итеүҙең һәр төрөн һайлайбыҙ. Алты йыл Павловкаға йөрөнөк, тик ундағы бер төрлөлөк ялҡытты. Хәҙер республикала ял итеү өсөн яңы урындар барлыҡҡа килде. Әлбиттә, тәҡдимдәр күп, әммә беҙ үҙебеҙҙең талаптарға тап килгәнен генә һайлайбыҙ, шуға ла ҡайһы саҡта ауырлыҡтар тыуа, – тип һүҙгә ҡушылды Владимир. Туризм – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа республика халҡы үҙебеҙгә ял итеүҙе һайлай. Ғөмүмән, Башҡортостан туристар ағымының артыуы күҙәтелгән төбәктәр иҫәбенә инә. Турист инфраструктураһын үҫтереүгә артабанғы үҫеште тәьмин итеү мөһим. 2023 йылда был маҡсатҡа 1,5 миллиард һум самаһы федераль аҡса йәлеп ителгән. Радий Хәбиров республикала эш башлағас та, Башҡортостанда эске туризмды үҫтереү менән бәйле хәл киҫкен, тип билдәләне. Ул проблеманы кәрәкле инфраструктураның булмауы менән бәйләй. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым льготалары һәм административ ташламалар системаһы булдырырға ҡарар ителде. Айбәк Әнүәр улы ла ошо ярҙамға өмөт итә. Эшҡыуар белдереүенсә, әлегә ул “Йөйәк дачалары” базаһын төҙөүгә туғыҙ миллион һум инвестиция һалған. Киләсәктә бизнес-планын тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә саралар талап ителә. – Әлегә үҙ көсөбөҙ менән төҙөнөк. Артабан да ошо йүнәлеште үҫтерәсәкбеҙ, етди шөғөлләнергә теләйбеҙ. Башланғыс эшебеҙҙе күрһәттек, киләсәктә төрлө гранттар, дәүләт программаларында ҡатнашырға, Башҡортостанда туризмды үҫтерергә теләйбеҙ, – тине Айбәк Әнүәр улы. Тамырҙары Башҡортостандан Айбәк Мәдрәхимовты урындағы халыҡ “Үзбәк” тип йөрөтә. Быға аңлатма ла бар – эшҡыуар Үзбәкстанда тыуған, әммә тамырҙары – Башҡортостандан. – Өләсәйем Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Үзбәкстанға эшкә барған. Әсәйем дә, мин дә шунда тыуғанбыҙ. 90-сы йылдарҙа һуғыш башланғас, беҙ Башҡортостанға кире ҡайттыҡ. Өләсәйемде тыуған ерендә ерләнек. Беҙ Шишмә районының Сәфәр ауылында йәшәнек. Мин Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын тамамланым, һуңынан Башҡортостан дәүләт аграр университетында ветеринарға уҡып сыҡтым. Дүрт йыл ошо һөнәр буйынса эшләнем, – тип һөйләне Айбәк Әнүәр улы. Егет ғаилә ҡора. Ҡайныһы төҙөлөш фирмаһы директоры булғас, уны ла үҙенең эргәһенә төҙөлөш участкаһы мастеры итеп эшкә ала. Һуңынан Айбәк төҙөлөш материалдары магазины аса. – Белорет районы миңә һәр саҡ оҡшай ине, шуға ла ошо ерҙе һайланым. Ҡаланан сәғәт ярымда килеп етергә, тәбиғәт ҡосағына сумырға мөмкин, – ти Айбәк Әнүәр улы. ФЕКЕР: Фәйзрахман ИСМӘҒИЛЕВ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы: – Йөйәк ауылында шундай матур йорттар төҙөлөп, заманса урынға әйләнһә, яҡшы булыр ине. Ауылыбыҙ ошондай туризм һәм мәҙәниәт үҙәгенә әйләнеп китһә, һәйбәт инде. Алла бирһә, мәҙәниәт йортон да эшләрҙәр тип көтәбеҙ. Мәктәптә минең ижадхана бар, мираҫымды ҡалдырыр өсөн күргәҙмә залы ла кәрәк. Беҙҙең ауылға ял итергә килгән халыҡҡа мөғжизәле тәбиғәт ҡосағы ғына түгел, күренекле, һәләтле кешеләр биргән төйәк булыуы тураһында һөйләгән урын да булырға тейеш. Ауылдашыбыҙ Зөһрә Ильясова ла төйәгебеҙҙең шул тиклем матур урынында этностилдә ял итеү урыны булдырған. Унан да кеше өҙөлмәй, ҡәнәғәт булып ҡайта. Рифат ҒИЛМАНОВ, Йөйәк ауылы хакимиәте башлығы: – Йөйәк ауыл биләмәһендә туристарға ял итеү өсөн өс урын бар: “Йөйәк дачалары” базаһы 2023 йылда октябрҙә асылды; Зөһрә Ильясованың этно-кэмпингы 2019 йылдан эшләй; Владимир Кононов былтыр глэмпинг төҙөй башланы. Әле туристар Инйәрҙә кәмәләрҙә йөҙә, тауҙарға күтәрелә. Шулай уҡ Атыш шарлауығына ла үҙҙәренең техникаһында алып баралар. Турист маршруттары асылһа, арыу булыр, урындағы бюджетҡа ла килем төшөр ине. Ғәбдөк ауылы эргәһендә элек турбаза булды, Дим депоһыныҡы. 1996 йылдарҙа ул бөлгөнлөккә төштө. Әлеге өс егет уны тергеҙергә йөрөй, ер алыу менән бәйле эштәре туҡталып торҙо. Әгәр был мәсьәлә хәл ителһә, турбазаны төҙөй башлайбыҙ, тиҙәр. Рәмилә Мусина фотолары.
Бар яҡлап та үҫеш, үҙгәрештәр барған заманында йәшәйбеҙ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, тирә-яҡта донъя шул тиклем етеҙ үҫешә һәм хатта беҙ көтмәгән юлдарҙан китә. Эшҡыуар Айбәк Мәдрәхимовтың тормошо ла көтөлмәгәндә, уйламағанда киҫкен боролош ала. Барыһы ла дача алыуҙан башлана Пандемия һәр беребеҙҙең тормошонда үҙ эҙен ҡалдырҙы, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Ул донъяға икенсе күҙлектән ҡарарға, быға тиклем күрмәгән йә иғтибар итмәгән әйберҙәрҙе баһаларға, тәбиғәткә яҡын булырға өйрәтте. – Тәүҙә ҡатыным менән үҙебеҙгә ял урыны эҙләнек. Шул уҡ ваҡытта Белорет районының Инйәр ауылынан алыҫ булмаһын тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Өс-дүрт аҙна шул тирәләге ауылдар буйлап йөрөп, үҙебеҙгә оҡшаған ерҙән дача өсөн өйҙәр ҡараныҡ. Шулай итеп, Йөйәккә килдек һәм шунда уҡ был ауылды, тәбиғәтен оҡшаттыҡ. Үҙебеҙ ҙә уйламаҫтан, ауылдың ситендә, Инйәр йылғаһы ярында урынлашҡан, артында ҡара урман булған ошо участкаға килеп туҡтаныҡ. Күрше йорттан бер ир килеп сыҡты. “Һатыламы?” – тип һораныҡ унан. Ул ошо ерҙең хужаһына ш