"Мин дә һеҙҙең төркөмгә үҙ серемде, уйланыу-һыҙланыуҙарымды яҙырға булдым әле. Бик уңышлы кейәүгә сыҡтым, ул яҡтан һүҙем юҡ, ирем эсмәй-тартмай, бар яҡтан да әҙәпле, яҡшы кеше. Икебеҙ ҙә башҡа аҡыл кергәс, әҙме-күпме донъя болы тупланғас танышып өйләнештек, дөрөҫөрәге, уртаҡ дуҫтар таныштырҙы, аҙаҡтан инде башты юғалтмай ғына осрашыуҙар китте. Һушты юғалтырлыҡ мөхәббәт тип әйтеп булмаһа ла, Илгиз минең күңелемә шунда уҡ ятты. Ул да миңә үлә яҙып ғашиҡ булмағандыр, моғайын. Араларҙа тандыр ғына мөнәсәбәт барлыҡҡа килде: ҡайнар ҙа, һалҡын да түгел. Был ваҡытҡа мин юғары уҡыу йортон тамамлап, туғандарым арҡаһында арыу ғына урында эшләп йөрөй инем инде, әсәйем-атайым күптән бер бүлмәле фатир ҙа хәстәрләп ҡуйғайны. Илгиз дә - ҡала егете, ғаиләлә төпсөк ул, шулай уҡ уҡып бөтөп, яҡшы урында эшләй. Ул туғандарыма ла беренсе осрашҡанда уҡ оҡшаны. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, никахлашып, шартына килтереп туй үткәреп, иремдең бер бүлмәле фатирында йәшәй башланыҡ. Бөтәһе лә ыңғай, уңай барҙы. Яңы ҡоролған