Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бауыр һаҡлауға зарур

22 – 28 июлдә Бауыр сирҙәрен иҫкәртеү аҙналығы үткәрелә. Сара Гепатит менән көрәш халыҡ-ара көнөнә арнала. Был дата 28 июлдә билдәләнә. Вируслы гепатит проблемаһы әүҙем булып ҡала. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был, нигеҙҙә, халыҡтың һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең инфекцияның күсеүен иҫкәртеү ысулдарын белмәүгә, күптәрҙең вакцинацияланмауына бәйле. Гепатит – ул бауырҙың елһенеүе. Һөҙөмтәлә уның күҙәнәктәре “емерелә”, быға төрлө инфекциялар, алкоголле эсемлектәр, майлы ашамлыҡтар менән мауығыу, ағыуланыу, шул иҫәптән дарыуҙарҙан да, тағы дөрөҫ тормош алып бармау сәбәпсе. Вируслы гепатит көнүҙәк була ҡала. Был, нигеҙҙә, халыҡтың һәм ҡайһы бер осраҡта медицина хеҙмәткәрҙәренең инфекцияны иҫкәртеү ысулдары тураһында белмәүенә бәйле. Тағы В гепатитына ҡаршы вакцинациялауҙың етмәүе менән бәйле. Һимеҙлек артҡан осорҙа бауырҙың алкоголдән булмаған, майлы “төрөн” иҫкәртеү, диагноз ҡуйыу һәм дауалау мөһим. Төп иҫкәртеү саралары – дөрөҫ туҡланыу һәм әүҙем хәрәкәт итеү. Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.