2024 йылда Башҡортостан Республикаһында 3,9 мең самаһы иген йыйыу комбайны урып йыйыу кампанияһына сығасаҡ. Был уҙған йылға ҡарағанда 140 берәмеккә күберәк. Шул уҡ ваҡытта 2024 йылда 80 агрегат һатып алынған. – 2019 йыл башынан 2024 йылдың июненә тиклем төбәк аграрийҙары 12 миллиард һумға яҡын суммаға 1,2 меңдән ашыу иген йыйыу комбайны һатып алған, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Нуриман районында үткән “Баҫыу көнөндә. - Был тракторҙарҙың уртаса йәшен 18-ҙән 16,7 йәшкә тиклем кәметергә, иген культураларын һуғып алғанда бер комбайнға йөкләнеште 510-ҙан 440 гектарға тиклем кәметергә булышлыҡ итте. Тәүге ярты йыллыҡта республика аграрийҙары 5,1 миллиард һумға 1,1 мең берәмек техника һатып алған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу республика программаһы сиктәрендә аграрийҙарға техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың 50 процентына тиклем субсидия бирелә. 2024 йылда был маҡсатҡа республика бюджетынан 1 миллиард һум бүленде. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru