Уҙған ял көндәрендә республика һыу ятҡылыҡтарында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш кеше – дүрт ир-егет һәм бер 9 йәшлек бала һәләк булған, уны әле лә водолаздар эҙләй. Бөтә батып үлгән кешеләр тыйыу билдәләре ҡуйылған йыһазландырылмаған урындарҙа һыу ингән. Батып үлгән ир-егеттәрҙең йәше - 60-70 араһы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һыуға инер алдынан улар эскән булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә: - Махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инегеҙ, унда һыу аҫты водолаздар тарафынан тикшерелгән һәм ҡотҡарыусылар дежурҙа тора. - Таныш булмаған ерҙәрҙә һыу инмәгеҙ, ҡалҡыуыстан ары китмәгеҙ. Аҫта арматура һәм башҡа әйберҙәр булыуы ихтимал. - Эскән килеш һыуға инмәгеҙ. - Балаларҙы яр буйында йәки һыуҙа ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. - Әгәр кемдеңдер бәләгә тарығанын күрһәгеҙ, ярҙам итегеҙ, шул уҡ ваҡытта көсөгөҙҙө самалағыҙ. Һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙ – һеҙҙең яуаплылыҡ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.