Махсус хәрби операция биләмәһенә командировка мәлендә танышҡан Бәләбәй егете – “Механик” позывнойлы яугир алсаҡлығы, ихласлығы менән күңелде яуланы. Ҡаҡса буйлы, йәш кенә күренһә лә, Динар өс бала атаһы булып сыҡты, ярайһы уҡ донъя күргән, әрмелә хәрби сынығыу алған, тыуған төйәгендә механизатор булып тырышып эшләгән. “Механик” тигән позывнойҙы ла яратҡан һөнәренә бәйле һайлаған. “Бөтә аңлы ғүмерем техника менән бәйле: армияла водитель булдым, ҡайтҡас, тракторға ултырҙым”, – ти ул. Махсус хәрби операцияға юлланыуын “Механик” түбәндәгесә аңлатты: – Егеттәр контракт төҙөп китә башланы. Миндә лә шул теләк барлыҡҡа килде, ситтә ҡала алманым. Шаштырыу түгел: илһөйәрлек рухы ла ошо аҙымды яһарға әйҙәне. Шулай итеп, “Башҡортостан” полкына яҙылдым, – ти яугир. Һөнәренә ярашлы, водитель булыу мөмкинлеге булһа ла, уҡсы булырға ҡарар итә. “Механик” оҙаҡ ваҡыт алғы һыҙыҡта гранатометсы була, бик яуаплы, хәл иткес һөжүмдәрҙә ҡатнаша. Тәүге алышты ла кисәге кеүек яҡшы хәтерләй. – 12 кеше индек. Әлби