ҒӘЛИӘ исемле (исеме үҙгәртелә) ҠАТЫНДЫҢ ҺӨЙЛӘГӘНДӘРЕНӘН: Яҙмыштарҙан уҙмыш бармы икән? Ике малай араһында үҫкән ҡыҙ инем. Әммә иркәләтеп, әпәүләп ултырманылар мине. Ауыл ерендә йәшәгәс, бөтә эште лә белеп, эшләп буй еткерҙек. Ағайым менән ҡустымдың уҡыуға әллә ни теләге булманы, әммә мин яҡшы уҡыным. Ағайым әрменән һуң, алыҫ Себер тарафтарына сығып китте. Шунда фажиғәғә тарып мәрхүм булды. Ғаиләбеҙ өсөн был үтә лә ауыр йыл булды. Нәҡ ошо осорҙа мин мәктәп тамамланым. Әллә ҡайҙарға, алыҫ, ҙур ҡалаларға китеп уҡыуымды дауам итергә теләк бар ине лә, ата-әсәйемдең тәрән ҡайғыға батҡан осоронда был хыялыма кәртә ҡуйылды. Шулай итеп, мин яҡын ҡалалағы колледжға ғына барҙым. Әммә артабан нисек булһа ла юғары белем алыу теләгем һүрелмәне. Икенсе курста уҡығанда үлеп ғашиҡ булдым. Ошо ҡалала эшләп йөрөгән егет көн дә тигәндәй сәскә, шоколад ташып, осрашыуға саҡырып йөрәгемде яуланы. Эх, йәшлек, йәшлек... Ата-әсәйем: “Уҡыуыңды тамамла, ниндәй туй ти ул был йәштә?”—тип күпме генә арҡыры төшһәләр