Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Мәсәғүттә көндөҙгө стационары булған балалар поликлиникаһы һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы ҡыҫҡа ваҡытта сафҡа индерелгәйне. Хәҙер ул 20 меңдән ашыу пациентты ҡабул итте лә инде. Пациенттар өсөн бында бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы барлыҡҡа килде. – Поликлиника эше “һаҡсыл технологиялар” принцибы буйынса ойошторолған, йәғни кабинеттарҙың урынлашыуы һәм заманса планлаштырыу сираттар ихтималлығын кәметә. Бынан тыш, кескәй пациенттар һәм ата-әсәләр өсөн яңы поликлиникала уңайлы зоналар булдырылған, уйын майҙаны, әсә һәм бала бүлмәһе бар, – тип һөйләне Мәсәғүт дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов. Яңы бинала участка педиатрҙарынан тыш, бөтә тар белгестәр эшләй. Поликлиникала шулай уҡ стоматолог, ортодонт кабинеттары, иҫкәртеү һәм лаборатория, нур һәм функциональ диагностика, физиотерапия бүлексәләре бар. Учреждение яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландыр