Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баймаҡ районы башлығы яугирҙәр янына барған

Ошо көндәрҙә Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтары янына барҙы. "Ике көн Донецк һәм Луганск Халыҡ республикалары территорияһында эшләнек. Яҡташтарыбыҙға сираттағы гуманитар ярҙам итеп антидрон плащтар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк әйберҙәр тапшырҙыҡ. Осрашыу ойошторған өсөн полк командирына ҙур рәхмәт еткерәбеҙ.Яугирҙәр үҙ сиратында район халҡына гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙеләр.Барыһы ла туғандары янына тере ҡайтһындар. Еңеү беҙҙә буласаҡ!" - тип яҙған Фәнисә Әминев. Тиҙерәк һуғыш бөтөп, яугирҙәр иҫән-һау үҙҙәренең ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһындар! Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән