Ғәҙилә күп балалы тырыш ғаиләлә үҫте. Ябай һөнәр кешеләре булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәһе үҙҙәренең уңғанлығы менән донъя көттө, ауылда ҙур итеп йорт һалдылар, баҡсаһын да гөрләтеп үҫтерҙеләр, мал-тыуар ҙа тоттолар. Ғәҙилә үҫкәндә магазинда әйбергә, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ заман ине. Шулай ҙа бирешмәнеләр. Йәй етһә, балалар баҡсалағы йәшелсә-емеш менән кинәнде. Ләкин яңы өйҙәренә күсенгән ваҡытта алмалары юҡ ине әле. Атаһы ике баҡсаға ла алмағас үҫентеләрен ултыртып сыҡты, тик емеште генә тиҙ бирмәнеләр. Шуға Ғәҙилә алма бешә башлау менән күрше урамда ғына йәшәгән олатаһына йүгерә. Атаһының тыуып үҫкән йорто ла ул. Олатаһы баҡса үҫтерергә яратҡас, алмаларының ниндәй генә төрҙәре юҡ, эреләре лә, вағы ла, иртә һәм һуң өлгөрә торғандары. Өлгөрөү менән улар ергә күпләп ҡойола башлай. Шулай ҙа бөтә алмағастар араһында эре ҡып-ҡыҙыл булып бешкән алмалыһын ярата ҡыҙ. Туғандары алма таптырғас, Ғәҙилә олаталарына барырға булды. Һеңлеһе яңыраҡ алып ҡайтҡайны ла, ләкин күмәк балаға икешәрҙән эләкте лә
