Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Туғыҙ йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен таба алмайҙар

Бөгөн Миәкә районының Илсеғол ауылы янындағы йылғала фажиғә булды. Дим йылғаһына һыу инергә тип ике ҡыҙ бала килгән. Ҡапыл береһе бата башлаған. Икенсеһе уны ҡотҡарырға маташҡан. Быны күргән шаһиттар ҡыҙҙы һыуҙан һөйрәп сығарған һәм ошоноң менән ғүмерен ҡотҡарған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икенсе бала батҡан. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Шаһиттар батҡан баланы эҙләп ҡараған, тик тапмаған. Шунан һуң ашығыс хеҙмәттәр саҡырғандар. Әлеге ваҡытта водолаздар ҡыҙҙы эҙләргә йыйына. Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, һыу инергә яңғыҙҙарын ебәрмәгеҙ. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.