Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Рамаҙан барыһын хайран ҡалдырҙы!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы яҙмаһы менән уртаҡлашты. Унда шулай тиелә: “Һоҡланғыс кешеләр тормошо” (ЖЗЛ) рубрикаһында төрлө йәштәге һөнәр эйәләре, төрлө мауығыуҙары булған шәхестәр хаҡында һөйләйбеҙ. Ҡарағыҙ, беҙҙең башҡорт егете Рамаҙан Биккинин “Онотмағыҙ” йырын бөтә күңелен һалып башҡара. Был Кремлдә. “Еңеү музейы” проекты концертынан өҙөк. Йәш артист тураһында минең “Һоҡланғыс кешеләр тормошо” (ЖЗЛ) рубрикаһында. Рамаҙанға - 12 йәш. Ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка тәрбиәләнеүсеһе. Әсәһе уны ете йәштә музыкаға алып килгән, тәүҙә малай баян класында шөғөлләнгән, киләһе йылдан вокалға күскән. Рамаҙан башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә йырлай. Бер нисә йыр бәйгеһендә еңеү яулаған. Афарин! Малайҙың уңышы – уның ата-әсәһе Рәсимә Фәрүәз ҡыҙының һәм Илдус Исламғәле улының оло хеҙмәте. Улар балаларында матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләгән, милли мәҙәниәт менән таныштырған. Һәм ысын илһөйәрҙәр үҫтергән. Әйткәндәй, Рамаҙандың ғаиләһе ижади, у

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы яҙмаһы менән уртаҡлашты. Унда шулай тиелә: “Һоҡланғыс кешеләр тормошо” (ЖЗЛ) рубрикаһында төрлө йәштәге һөнәр эйәләре, төрлө мауығыуҙары булған шәхестәр хаҡында һөйләйбеҙ. Ҡарағыҙ, беҙҙең башҡорт егете Рамаҙан Биккинин “Онотмағыҙ” йырын бөтә күңелен һалып башҡара. Был Кремлдә. “Еңеү музейы” проекты концертынан өҙөк. Йәш артист тураһында минең “Һоҡланғыс кешеләр тормошо” (ЖЗЛ) рубрикаһында. Рамаҙанға - 12 йәш. Ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка тәрбиәләнеүсеһе. Әсәһе уны ете йәштә музыкаға алып килгән, тәүҙә малай баян класында шөғөлләнгән, киләһе йылдан вокалға күскән. Рамаҙан башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә йырлай. Бер нисә йыр бәйгеһендә еңеү яулаған. Афарин! Малайҙың уңышы – уның ата-әсәһе Рәсимә Фәрүәз ҡыҙының һәм Илдус Исламғәле улының оло хеҙмәте. Улар балаларында матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләгән, милли мәҙәниәт менән таныштырған. Һәм ысын илһөйәрҙәр үҫтергән. Әйткәндәй, Рамаҙандың ғаиләһе ижади, уның апаһы Алһыу Өфө сәнғәт училищеһының эстрада–джаз йыры бүлегендә уҡый. Барығыҙға ла яҡшы һәм тыныс тормош теләйем. Йырҙы аҙағына тиклем тыңлағыҙ, зинһар". Фото, видеояҙма Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.