Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Банк хеҙмәткәре бурҙы фашлаған

Банк хеҙмәткәре килгән клиенттың кредитты үҙ теләге менән алырға йыйыныуына шикләнгән һәм тикшереп-һорашып ҡарарға булған. Һөҙөмтәлә... Тикшереү барышында 75 йәшлек был иргә телефондан шылтыратҡандар һәм уға 100 мең һумлыҡ кредит раҫланыуы тураһында әйткәндәр икән. Бының өсөн кисекмәҫтән банк бүлексәһенә барырға кәрәк. Банктың сос хеҙмәткәре Любовь Шайморатова был кешенең алданыуын шунда уҡ һиҙгән һәм барыһын да ентекләп һорашҡан. Шунан, хәҡиҡәт асыҡланғас, полицияға хәбәр иткән. Әлеге ваҡытта Рәсәй Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө һәм 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы Любовь Шайморатоваға шундай һиҙгерлеге өсөн сираттағы тапҡыр рәхмәт белдерҙе. Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.