Йылайыр районында һуңғы йылдарҙа спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа иғтибар арта. Йәш быуынды сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында, төбәктә төрлө спорт саралары үтә, һәр мәктәптә секциялар эшләй, спорт залдары заман талаптарына яуап бирерлек йыһазландырыла. “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проект сиктәрендә район үҙәгендә урынлашҡан Йылайыр Башҡорт гимназияһы “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” ГТО нормативтарын тапшырыуҙа муниципаль берәмектәр рейтингы һөҙөмтәләре буйынсаГТО тапшырыу өсөн комплекс майҙансығына эйә булды. Ул гимназия биләмәһендә урынлашҡан һәм 315 метр квадрат ҙурлығындағы ҙур майҙансыҡ йомшаҡ һәм хәүефһеҙ резина япманан тора. Унда 26 төрлө тренажерҙар комплекты урынлаштырылған. Шулай уҡ гимнастика яһау өсөн эскәмйәләр, турниктар, баскетбол ҡулсаһы, урам тренажерҙары- степерҙар, эллиптик һәм велотренажерҙар урын алған. Дөйөм хаҡы - 3 миллион 693 мең һум тәшкил итә. Спорт майҙансығында олоһо ла, йәше лә теләп шөғөлләнә. ГТО нормативтары ла дәүләт нормаларына ярашлы, һәр йәш к