Була бит шундай кешеләр - матурлыҡты үҙ ҡулдары менән булдырған, сәскәләрҙең "телен" белгәндәр! Мәҫәлән, Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән Тәнзилә Сафиуллинаның ихатаһына барып кереү менән хайран ҡалырһың: бер-бер артлы аҡлы-күкле, алһыу-ҡыҙыл сәскәләрҙең ниндәй төрҙәре генә юҡ?! Петунияның ғына 30-лағаны, төҫтәре хаҡында әйтеп тә тораһы түгел! Быйыл ул биш меңдән ашыу сәскә үҫентеләре ултыртҡан, уларҙы яҙҙан алып төрлө ойошмаларға, айырым кешеләргә һатҡан. "Күберәк петуния үҫтерәм, халыҡ та уны яратып һатып ала. Ул баҡсала, өй алдында, аҫылмалы кашполарҙа, балконда, ҡала ихатаһында, урамдарында, паркта ла берҙәй күркәм күренә. Төрлө ҙурлыҡта үҫтерергә лә була. Шулай уҡ бәрхәт гөлдәрен ултыртам, күберәк бер йыллыҡ сәскәләргә өҫтөнлөк бирәм. Ә үҙемдә төрлө сәскәләр - күҙҙең яуын алып, рауҙаларҙан алып гортензияға тиклем үҫә. Петунияларҙы әйтеп тә тормайым, бәрхәт сәскәһен яратам. Минең өсөн сәскәләр - тормошомдоң бер өлөшө. Матурлыҡ ҡына биреп ҡалмай улар, ә донъяны яҡтыраҡ итә. Улар менән һәр көн иртән һөйләшәм, барыһын да ҡарап сығам, тәрбиәләйем. Улар ҙа мине аңлағандай, сәскәләре менән күҙҙәрҙе иркәләй, елберләп тә ала", - ти Тәнзилә Әмир ҡыҙы. Асҡар уңғаны хаҡында гәзитебеҙҙең алдағы һандарында уҡырһығыҙ. Автор видеоһы һәм фотоһы.