“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы был аҙнала ниндәй алдаҡ яңылыҡтарҙы асыҡланы һәм дөрөҫлөккә күҙ асты? Темалар, һәр саҡтағыса, байтаҡ: юлдар ябылыу, шифаханала Радий Хәбиров өсөн айырым корпус һалыу, МХО түләүҙәре һәм хатта чиновник креслоһы хаҡтары... Опозицияла булған киң матбуғат саралары һәм телеграм-каналдар әүҙем рәүештә Шаҡша күпере ябылыуы сәбәпле протест кәйефе булдырырға тырыша. Тик был мөмкин түгел. Шаҡша күпере 9 июлдән 24-нә тиклем ремонт эштәрен башҡарыр өсөн ябылды. 25 июлдә юл асыласаҡ, ә ошоға тиклем кешеләргә йөрөр өсөн альтернатив юлдар тәҡдим ителде. Был: М-5 трассаһы, Нуғай шоссеһы һәм Воровский урамы янында Ағиҙелдән күпер. Унан тыш, ҡала сите поездары менән файҙаланырға була, уларҙа вагондар һаны арттырылды. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Көнсығыш сығыу юлынан үтеүҙе түләүһеҙ итеп булмай, сөнки ул концессия килешеүе шарттары буйынса эшләй. Эйе, әлеге ваҡытта хәрәкәт уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, ләкин Шаҡша күперен ремонтлау тураһында ҡарар осраҡлы ҡабул ителмәне. Күпер – юл инфраструктураһының мөһим өлөшө һәм ул хәүефһеҙлектең бөтә талаптарына яуап бирергә тейеш. Милләтсе телеграм-каналдарында Азат Бадрановтың Темәс ауылы халҡы менән осрашыуынан видеолары йөрөй. Быны башлыса “Пруфы” баҫмаһы күҙәтеүселәре алып барған “Однажды в Башкирии” телеграм-каналы тарата. Йәнәһе лә, чиновник урындағы аҡһаҡал Рауил Йәнсуриндың сығышын баҫалҡылыҡ менән тыңларға мәжбүр һәм уға ҡаршы бер нәмә лә әйтә алмай. Һары баҫма, ғәҙәттәгесә, үҙҙәренә уңайлы видео өҙөктәрен генә күрһәтеп, арттырырға ярата. Шуға күрә хөрмәтле аҡһаҡалдың сығышын тулыһынса ҡарарға кәрәк. Азат Бадранов үҙе Рауил Йәнсурин кеүек кешеләрҙең фекеренә ихтирам менән ҡарай. Социаль селтәрҙә ул был хаҡта туранан-тура һөйләй. – Урал аръяғында башҡорттар ихлас һәм күп йәһәттән бер ҡатлы. Шуның менән төрлө провокаторҙар һәм милләтселәр файҙалана ла инде. Әммә Урал аръяғы халҡы тыңлай белә, беҙ бер-беребеҙҙе ишетәбеҙ. Темәстә аҡһаҡалдар, республика Башлығы кеүек үк, Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының үҫеше өсөн, – тип яҙҙы Азат Бадранов. Ул шулай уҡ Урал аръяғына сәфәрҙәр илебеҙ һәм республикабыҙ дошмандарын ҡурҡыта һәм тетрәтә тип билдәләне. Сөнки Башҡортостанда хәлдәр ни тиклем насарыраҡ, башҡорттар провокацияға ни тиклем агрессивыраҡ һәм еңелерәк булһа, улар өсөн шул тиклем яҡшыраҡ. Ошо көндәрҙә Бөрө ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Башлығына видеомөрәжәғәт яҙҙырҙы һәм уларға федераль махсус түләүҙәрҙе арттырмайынса ҡалдырыуҙары тураһында хәбәр итте. Уларҙың һүҙҙәренсә, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренән тыш, бөтә табиптар һәм урта персонал ошондай түләүҙәр ала. Ысынлап та, Рәсәй Хөкүмәте медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡайһы бер категорияларына өҫтәмәләрҙе хупланы, ләкин улар ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә ҡағылманы. Шуға күрә ҡайһы бер субъекттар, шул иҫәптән Башҡортостан да, төбәк бюджеты иҫәбенә өҫтәмәләр билдәләргә ҡарар итте. Ошо документҡа ярашлы, “Ашығыс ярҙам” шәфҡәт туташтары – өҫтәмә 4500, фельдшерҙар – 7000, табиптар – 11500, водителдәр 12000 һум ала. Өҫтәмә түләүҙе иҫәпкә алып, уртаса айлыҡ эш хаҡы (йәғни һалымға тотоп ҡалынған суммаға тиклем) түбәндәгеләрҙе тәшкил итә: күсмә бригадалар составында эшләгән фельдшерҙарға 90 мең һум; шәфҡәт туташтарында – 58 мең; водителдәрҙә 49 мең һум. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөрө район дауаханаһында эшләү шарттары - республикала иң яҡшыларҙың береһе. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Бөрө үҙәк район дауаханаһы ҡала медицина ойошмалары араһында иң социаль йүнәлешле тип танылған. Һуңғы бер нисә йылда бында капиталь ремонт эшләнгән, яңы махсус кейем, электрон планшеттар алынған. 19 ашығыс ярҙам машинаһының бишәүһе генә биш йылдан иҫкерәк. ТГ-каналдар Башҡортостанда шәхси хәрби компанияларҙан яугирҙәрҙең туғандары республиканан ярҙам сараһы ала алмай тигән фекер тарата. Был мәғлүмәткә лә яуап бар. Ғәмәлдәге барлыҡ хәрби хеҙмәткәрҙәр, башҡа МХО-ла ҡатнашыусылар кеүек үк, дәүләт ярҙамын алыу хоҡуғына эйә. Бының өсөн хәрби хәрәкәттәр ветеранының ғаилә ағзаһы статусын алырға кәрәк. Статус таныҡлыҡ менән раҫлана. Шәхси хәрби компанияларҙан яугирҙәр “Ватанды һаҡлаусылар” фонды аша ғариза бирергә тейеш. Һәләк булған һалдаттарҙың туғандары ғаризаны урындағы хәрби комиссариаттар аша бирергә тейеш. Әммә бының өсөн уларға яугирҙең тейешле ойошмалар сафында тороуын һәм тап МХО-ла һәләк булыуын раҫларға кәрәк. Хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын биреү тураһында ҡарар Рәсәй Федерацияһының Милли оборона идаралығы үҙәгендә ҡабул ителә. Дәүләт ярҙам саралары бюджет средстволары бүлеү менән бәйле. Шуға күрә МХО-ла ҡатнашыусы-доброволец статусы документ менән раҫланырға тейеш. Үкенескә күрә, был тиҙ процесс түгел. Шуға ҡарамаҫтан, МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү Башҡортостанда өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Республика Башлығы уларға төрлө ысулдар менән ярҙам итеү кәрәклегенә күп тапҡыр иғтибарын йүнәлтте. “Однажды в Башкирии” телеграм-каналында башҡа һыймаҫлыҡ яңылыҡ барлыҡҡа килде: “Красноусол” шифаханаһында Радий Хәбиров өсөн айырым корпус булдыралар. Әммә бының бер нисек тә мөмкин түгеллеге алдаҡсыларҙы уйландырмай. Ә ябай кешенең ышаныуы ихтимал. “Красноусол” шифаханаһында, ысынлап та, ял итеүселәр өсөн йоҡо коттеджы төҙөлә. Номер фонды төрҙәрен һәм һанын арттырыу планлаштырыла. Төҙөлөш шифахананы үҫтереү планы буйынса үҙ аҡсаһы иҫәбенә бара. Бөтә тейешле рөхсәт документтары ҡала төҙөлөшө ҡануниәтенә тап килә. Тағы бер күрәләтә алдаҡ: 41 мең һумға һатып алынған креслоға бәйле. Ҡайһы бер журналистар мәғлүмәтте контексттан “тартып алыу”ҙан тыш, ялған документтар ҙа файҙалана башлаған. Улар, имеш, республиканың Контроль-иҫәп палатаһы 41 мең һумға кресло һатып алған тине һәм быны раҫлаусы иҫәп тә һалған. Ысынында иһә, был дөрөҫ түгел. Ғөмүмән, быйыл ведомство етәкселеге өсөн креслолар һатып алынмаған. Ә ҡағыҙҙа күрһәтелгән адрес бөтөнләй дөрөҫ түгел, 2023 йылдан улар Пушкин урамында ултырмай, ә Туҡай урамында эшләй. “Башкирский гамбит” телеграм-каналы “Баймаҡ эше” буйынса беренсе суд ҡарары тураһында яҙҙы. Орск ҡалаһының Ленин районы суды Баймаҡтағы сыуалыштар буйынса тәүге хөкөм ҡарары сығарҙы. Быға тиклем хулиганлыҡ өсөн хөкөм ителгән Илшат Үләбаев тәртипһеҙлектәрҙә ҡатнашыуҙа һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәренә ҡарата хәүефле көс ҡулланыуҙа ғәйепле тип танылды. Суд уны биш йылға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты. Суд асыҡлауынса, Үлебаев хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәренең күҙен йәрәхәтләгән. Эш материалдарында күренеүенсә, ул “ергә йығылған полицейский янына йүгереп килгән һәм аяғы менән башына типкән, тағы бер тапҡыр аяғы менән типкән һәм ҡулы менән һуҡҡан”. Рәсәй хоҡуҡи практикаһы, айырыуса хәүефле көс ҡулланыу осраҡтарында, федераль судтарҙың колонияларҙа оҙайлы сроктар билдәләүен күрһәтә. Шуның менән бергә, мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, ғәйепләнеүсе буйынса хөкөм ҡарарын йомшартыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барылған. Был бер тәүлеккә хөкөм ҡарарын сығарыуҙы кисектереү һәм прокурор позицияһы менән сағыштырғанда срокты ике тапҡырға кәметеү аңлатыла. Үлебаевтың Тәфтиш изоляторында үткәргән ваҡытын, ғәйебен таныуын иҫәпкә алып, уға шартлы рәүештә иреккә сығыу өсөн ошондай ҡаты статьялар буйынса ни бары ике йыл колонияла ултырырға кәрәк буласаҡ. Асылда, сит ил агенттары һәм һары матбуғат мәғлүмәти шау-шыу тыуҙырған арала, төбәк властары тәүбә иткән фигуранттарға хөкөм ҡарарын йомшартырға тырышты. Фото: “Фактчекинг по-башкирски”.