Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Берүк сит кешегә аҡса күсермәгеҙ!

"Таныш булмаған берәүгә лә аҡса күсермәгеҙ" тип күпме генә ҡабатлаһалар ҙа, халыҡ бурҙарҙың тоҙағына көн дә ҡабып тора. Башҡортостан халҡы үткән тәүлектә антирекорд ҡуйған. Полиция уғрыларҙың 45 смс-хәбәрен теркәүе (23,5 миллион һумдан ашыу аҡса) шуға асыҡ миҫал. Мәҫәлән, Красноярск ҡалаһында ғүмер итеүсе 60 йәшлек хаҡлы ялдағы ханым Октябрьский ҡалаһындағы туғанына ҡунаҡҡа килгән. Ҡунаҡ булышҡан арала, улар үҙҙәрен инвестициялар буйынса эксперт тип таныштырған кемдәрҙер менән хәбәрләшеп торған. "Ҡиммәтле ҡағыҙҙарға аҡса йүнәлтергә кәрәк, ә уның өсөн кеҫә телефонына ҡушымта күсереп алығыҙ һәм интернет-бизнесҡа 11,5 миллион аҡса һалыу тәүге шарт", – тип тегеләр был ҡатындың ышанысына инеп, үҙҙәренең картаһына аҡса күсерткән. Ул аҙаҡтан күпме генә шылтыратмаһын, тегеләр бүтән бәйләнешкә инмәгән. Шулай итеп, ул һаҡлыҡтағы һигеҙ миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан һәм хәҙер уға өҫтәп банктан алған өс миллион һум кредит аҡсаһын да түләргә мәжбүр. Банк хеҙмәткәре һәм полиция исеменән дә шылты

"Таныш булмаған берәүгә лә аҡса күсермәгеҙ" тип күпме генә ҡабатлаһалар ҙа, халыҡ бурҙарҙың тоҙағына көн дә ҡабып тора. Башҡортостан халҡы үткән тәүлектә антирекорд ҡуйған. Полиция уғрыларҙың 45 смс-хәбәрен теркәүе (23,5 миллион һумдан ашыу аҡса) шуға асыҡ миҫал. Мәҫәлән, Красноярск ҡалаһында ғүмер итеүсе 60 йәшлек хаҡлы ялдағы ханым Октябрьский ҡалаһындағы туғанына ҡунаҡҡа килгән. Ҡунаҡ булышҡан арала, улар үҙҙәрен инвестициялар буйынса эксперт тип таныштырған кемдәрҙер менән хәбәрләшеп торған. "Ҡиммәтле ҡағыҙҙарға аҡса йүнәлтергә кәрәк, ә уның өсөн кеҫә телефонына ҡушымта күсереп алығыҙ һәм интернет-бизнесҡа 11,5 миллион аҡса һалыу тәүге шарт", – тип тегеләр был ҡатындың ышанысына инеп, үҙҙәренең картаһына аҡса күсерткән. Ул аҙаҡтан күпме генә шылтыратмаһын, тегеләр бүтән бәйләнешкә инмәгән. Шулай итеп, ул һаҡлыҡтағы һигеҙ миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан һәм хәҙер уға өҫтәп банктан алған өс миллион һум кредит аҡсаһын да түләргә мәжбүр. Банк хеҙмәткәре һәм полиция исеменән дә шылтыраталар. Имеш, ул кешенең аҡсаһын урларға уйлайҙар, ә былар уғрыларҙың юлына арҡыры төшкән. Аҡсағыҙҙы беҙ әйткән иҫәпкә күсерһәгеҙ, берәү ҙә тейә алмаясаҡ, йәнәһе. Алдаҡ! Һанай китһәң, аҡсаһын урлатыусылар артҡандан-арта. Тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайбыҙ, сит кешеләргә бер ҡасан да яуап бирмәгеҙ, әгәр ҙә инде һөйләшеү аҡса тирәһендә урала башлаһа, шунда уҡ бәйләнеште өҙөгөҙ! Фото: kronshtadt.online