Кешенең бер нисә метр алыҫлыҡта ғына батыуы, ә һеҙҙең уны күрмәүегеҙ ихтимал. Нисек шулай булыуы мөмкин, тип аптыраусыларға Өфө фән һәм технологиялар университетының вуз-ара студенттар кампусының вуз-резиденты эксперты Алексей Елизарьев яуап бирә. – Ысынбарлыҡта кешеләр кинола күрһәткәндәгесә батмай, беҙҙең күбебеҙ был күңелһеҙ хәлде шулай күҙ алдына килтерә. Батып барыусы кеше ҡысҡырмай ҙа, ҡулдарын да болғамай, һыу ҙа сәсрәтмәй. Был хәлде “батып барыусының инстинкт реакцияһы” тип атарға була. Ул ҡалҡыуыс һымаҡ берсә башы менән һыуға сума, берсә яңынан ҡалҡып сыға, ә һауа һулау өсөн, ҡулдарын киң йәйеп, тәнен вертикаль рәүештә тота. Бындай хәлдә ярҙамға саҡырыу физик яҡтан мөмкин түгел. Шуға күрә ситтән күҙәтеүсенең батыусыны абайламауы ихтимал. Бары бындай ваҡиғалар менән яҡшы таныш әҙерлекле ҡотҡарыусылар ғына ярҙам күрһәтә аласаҡ. Беҙҙең студенттарыбыҙҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре тап шуға өйрәтә лә инде, – тип һөйләне эксперт. – Яр буйында ике ҙур проблема бар