Бик матур йәшәп ятҡанда үҙемде-үҙем әрәм иттем. Бәлки, әрәм дә түгел, ә киреһенсә бәхеттер был... Бар туғандар миңә ҡарата нәфрәт белдергәндә “бәхет” тип әйтеүе лә ҡурҡыныс. Иптәшем менән бик матур йәшәй инек. Мәктәп йыларында уҡ дуҫлашып йөрөнөк. Ул армияға барып ҡайтҡас та өйләнештек. Миңә – 19, уға 20 йәш ине. Ауыл ерендә мал көтөп, шуның көсөнә йәшәйһең бит инде. Ике балабыҙ тыуҙы. Район үҙәгенә күсенеп килеп ике ҡатлы йорт һалдыҡ. Иремдең ҡулы оҫта, бар эште үҙе эшләй. Себер яҡтарында йөрөп аҡсаһын да арыу эшләй. Хәҙер инде балалар ҙа студент булып, ситтә уҡый. Мин күберәк ҙур ике ҡатлы йортта яңғыҙмын. Бер вахтаһына киткәндә: “Өйҙә нисәмә бүлмә буш тора. Һеңлемә ярҙам итер кәрәк ине. Ул ире менән беҙҙә йәшәп торһон. Һаулығын нығытыу өсөн ҙур ҡаланан китеп торорға ҡушҡандар”,-тине. Мин ҡаршы булдым. Әммә ирем, ҡәйнәм-ҡайным үпкәләй башланы. “Бер үҙең ике ҡатлы йортта ятаһың! Бер бүлмәлә берәр ай йәшәп китһәләр, нимә була?! Һин уларҙы күрмәҫһең дә”,-тинеләр. Ә мин үҙ яйыма йәшәп өй