Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә "Бала тыуыу" суперсервисы сиктәрендә быйылғы йылдың тәүге игеҙәктәре теркәлгән. Алгиз Расих улы һәм Гөлнәзирә Венер ҡыҙы Хәсәновтарҙың ғаиләһенә йәм өҫтәп игеҙәк ҡыҙҙары тыуған. Сабыйҙарҙың ауырлыҡтары 2 кг тирәһе, буйҙары - 43 сантиметр. Ҡыҙҙарға ата-әсәһе Аиша һәм Айа тигән матур исемдәр ҡушҡан. Сабыйҙар тыуыу айҡанлы йәш ғаиләне ЗАГС бүлеге мөдире Айгөл Бохарбаева ҡотлап, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтан иҫтәлекле бүләк – фотоальбом һәм "Беҙҙең бәләкәскә" йыйылмаһы тапшырған. Бәхетле ата-әсәне беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм ҡыҙҙарының һау-сәләмәт үҫеүҙәрен теләйбеҙ! Сығанаҡ: Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге.