14 июль Рәсәй почтаһы көнө айҡанлы ойошторолған "Үҙ эшенең оҫтаһы" тигән конкурста Зинфира Хөбөтдинова ла ҡатнаша. Ул – Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылында почтальон. – Беҙҙең ауыл үҙенә күрә бик матур һәм ныҡ төҙөк, кешеләре лә шул хәтлем тырыш һәм ярҙамсыл, – тип һөйләй Зинфира Миҙхәт ҡыҙы. – Ундай ихластар менән эшләүе үҙе бер бәхет, шуға күрә лә почтальон сумкамды яурыныма аҫып алам да, ауыл буйлап сығып китәм. Шуныһы, беҙҙә почта йәшниге һәр йорттоң кәртәләүенә йәки тышына ҡаҙаҡланған. Был – элек-электән килгән тәртип тураһында һөйләй. Юғиһә, нимәгәлер ҡыҫтырылған гәзит-журналдың, бүтән төрлө кәрәкле ҡағыҙҙың – елгә осоп китеүе, ә ямғырҙа һыуланып юҡҡа сығыуы ихтимал. Зинфира Хөбөтдинова ибраҡайҙарҙың "Башҡортостан" һәм башҡа башҡорт баҫмаларын күпләп алдырыуын шатланып һөйләне. Һуңғы ваҡытта балалар баҫмаларын өйҙәренә алдырыусы ғаиләләр артҡан икән, ул да ҡыуаныс, әлбиттә. Тираж тураһында ла һөйләштек. "Ябай тормошто йышыраҡ күрһәтһәгеҙ, хеҙмәт кешеһен күберәк яҙһағыҙ, "Башҡортостан"дың тиражы күпкә артасаҡ", – тип үҙе генә серҙәре менән бүлеште ул. Фото: Зинфира Хөбөтдинова.