Бөгөн Бөрө ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Феврония һәм Петр Муромскийҙарға һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты. Был сара Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн байрам итеү сиктәрендә уҙғарылды. Петр менән Февронияға һәйкәл Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса Бөрөнөң Октябрь майҙанында урынлаштырылды. Былтыр декабрь айында төбәктең Мәҙәниәт министрлығы иң яҡшы эшкә конкурс иғлан итте. Скульптор Петр Добаевтың эскизы еңеү яуланы. Монумент изгеләр парын сағылдыра. Кеняз менән ҡатыны ҡулға-ҡул тотоношоп бер-береһенә ҡарап тора. Радий Хәбиров урындағы халыҡты, байрамға килеүсе ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, скульптура композицияһы асылыуы менән ҡотланы. - Һәйкәлдең төп идеяһы шунда. Һәр ғаилә ҙур диңгеҙҙә йөҙөп барған кәмәне сағылдыра. Бары тик тыныслыҡ, тәртип булған кәмә генә ҡаршылыҡтарға бирешмәйәсәк. Петр менән Феврония бер-береһенә һөйөү, хөрмәт менән ҡарай. Ғаилә тормошоноң да төп мәғәнәһе шундалыр. Тоғролоҡта, мөхәббәттә йәшәү өлгөһөн күрһәткән был парҙы балалар ҙа килеп ҡарар, - т