Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров "Иннопром-2024" халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында Беларусь Республикаһының сәнәғәт министры Александр Ефимов менән осрашты. Етәкселәр уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләште. Башҡортостан өсөн белорус компаниялары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөһим, ул конструктив инициативаларҙы ҡарарға һәм отошло шарттар тәҡдим итергә әҙер, тип билдәләне А. Назаров. Ике төбәктең алдынғы проекты - "Амкодор-Ағиҙел" заводы, ул ауыл хужалығы өсөн кәрәкле техника һәм ҡоролмалар етештерә. - Һеҙҙең менән Башҡортостан башлығы инициативаһы буйынса тағы бер проектты тормошҡа ашырабыҙ - махсус һәм ер ҡаҙыу машиналары сығарасаҡ "Амкодор-Алға" заводын төҙөйбөҙ. Ул "Алға" махсус иҡтисад зонаһында урынлашҡан, - тине Башҡортостан Хөкүмәте етәксеһе, артабан Башҡортостан-Беларусь индустриаль паркын төҙөү инициативаһы хаҡында бәйән итте. Минск автомобиль һәм Өфө трамвай-троллейбус заводтары араһында ла хеҙмәттәшлек йәйелдерелә. "МВС-Мехатроника" инженер-етештереү компанияһы, "ЗСМ" предприятиеһы менән дә уртаҡ проекттар ҡарала. А. Ефимов, үҙ сиратында, Башҡортостан – Беларусь Республикаһы хеҙмәттәшлек иткән иң көслө өс Рәсәй төбәге иҫәбендә, тип билдәләне. Ул Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ өсөн бөтә шарттар тыуҙырылғанын да айырым әйтеп үтте, бының менән сикһеҙ ғәжәпләнеүҙәрен белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Иннопром-2024" 8 - 11 июлдә Екатеринбургта бара. Уның төп темаһы "Технологик партнерлыҡ: киләсәк образын тыуҙырып" тип атала. Күргәҙмә эшендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Ул республикабыҙҙың сәнәғәти һәм технологик мөмкинлектәре менән таныштыра, эшлекле һөйләшеүҙәр алып бара. Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru/news
Башҡортостан менән Беларустың уртаҡ проекттары баһаланды
8 июля 20248 июл 2024
1 мин