Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тырнаҡлылар йыйылды

Ошо көндәрҙә Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылында Ғаилә йылы айҡанлы күңелле һәм мәртәбәле сара булды. Йәмле Әй йылғаһы буйына тирмәләр ҡоролдо, ҡаҙан аҫылды, төрлө күргәҙмәләр, сауҙа итеү ойошторолдо. Унда Әйле ырыуының Тырнаҡлы нәҫеленә ҡараған ауылдар - Ҡыйғы һәм Салауат райондарына ингән Иҫке Мөхәмәт, Ибрай, Сәғир, Яуын, Ураҡ, Йүкәлекүл, Әнйәк, Лағыр халҡы ҡатнашты. Был көн ысын мәғәнәһендә оло байрамға әйләнде: көн дә ҡояшлы торҙо, халыҡ та күп йыйылғайны. Был сараны ла улар үҙ көстәре менән ойоштороп, ҡаҙан аҫып аш бешерҙе, бағыусылар ярҙамында бүләктәр алынды. Байрамды тантаналы асҡандан һуң, һәр ара үҙ шәжәрәһе менән таныштырып, туғанлыҡ ептәрен барланы. Ауылдарҙың үҙешмәкәр артистары моңло-дәртле йыр-бейеүҙәрен күрһәтеп, халыҡтың күңелен күтәрҙе. Ат ярышы, көрәш, уҡтан атыу кеүек халҡыбыҙҙың традицион бәйгеләренән тыш ниндәй байрам булһын ти? Шулай уҡ байрамда “Тырнаҡлы һылыуын” да һайланылар. Һәр ярышта тырнаҡлылар ихлас ҡатнашты, ярышыусылар өсөн көйҙө, туғандар осрашып шатланышты, үҙ аралары менән танһыҡтары ҡанғансы аралашыуҙан илһам, көс алып кискә генә таралышты. Фото һәм мәғлүмәт: Гөлгөнә Мозафарова. Ҡыйғы районы.