Ҡарбуз 90% һыуҙан торғанлыҡтан медицинала уның файҙаһы юҡ тип уйлағандар. Һуңғы йылдарҙа ғына уның файҙалы матдәләргә бай икәнлеген асыҡлағас, медицинала киң ҡулланыла башлай. Артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡотолорға теләүселәр уны шуға ла үҙ итә инде. Ҡарбуз диетаһы, ябығырға ғына ярҙам итеп ҡалмайынса, организмдан шлактарҙы һәм ағыулы матдәләрҙе лә сығара. Әммә уны ябығыу маҡсатынан ғына ашарға кәрәкмәй, ҡарбуздың витаминдарға һәм микроэлементтарға бай булыуы тураһында ла онотмайыҡ. Әйтәйек, ҡарбуз йомшағында нервы системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаған һәм ҡауаҡ-бетсәләрҙе булдырмаҫҡа булышҡан В төркөмө витаминдары, иммунитетты нығыта һәм иртә ҡартайыуға ҡаршы көрәшкән С витамины, арығанлыҡты бөтөрә, кәйеф һәм йоҡоно яҡшыртҡан РР витамины, йөклө һәм бала имеҙгән ханымдарға фолий кислотаһы бар. Быларҙан тыш, ҡарбуз тимер, фосфор һәм кальцийға бай. Унда айырыуса магний күп. Магний организмдан насар холестеринды сығара, тән тиреһен һығылмалы итә, ҡан баҫымын көйләй, бөйөр һәм бауыр
