Республикала 13,4 мең тирәһе спорт объекты бар. Был күрһәткес буйынса беҙ ил кимәлендә Мәскәүҙән генә ҡалышабыҙ. Шуларҙың 1400-өн 2018 йылдан башлап төҙөгәндәр. Улар араһында Светлана Хоркина исемендәге Гимнастика үҙәге, Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге, ишеү слаломы комплексы, Өлфәт Мостафин исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге ҙур объекттар иҫәбенә инә. Башҡортостан Башлығы вазифаһында эшләй башлаған осорҙа уҡ Радий Хәбиров спорттың республика дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе булыуын белдерҙе. Бөгөн республикала 2,1 миллион кеше йәки төбәк халҡының яҡынса 58 проценты физик культура йәки спорт менән шөғөлләнә. Республикала 140-тан ашыу олимпия, күмәк, спорт-техник һәм хәрби спорт төрө үҫешкән. 116 адаптациялы спорт төрө федерацияһы эшләп килә. Өҫтәүенә, беҙҙә ҙур спорт саралары үткәрелә. Быйыл да Башҡортостанда әһәмиәтле саралар үтә, уларҙың береһе – “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара форумы. – Рәсәй Президенты ошондай донъяуи сараны Өфөлә үткәрергә ҡарар итеүе – беҙҙең өсөн мәртәбә, ышаныс күрһәткән өсөн рәхмәт белдерәбеҙ – был беҙҙең спортсылар һәм физик культура менән шөғөлләнеүселәрҙең эш һөҙөмтәһенә баһа, – тип белдерҙе Радий Фәрит улы республикала ойошторолған сараларҙың береһендә. БАРЫҺЫ ЛА ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА Художестволы гимнастика – спорттың иң матур, шул уҡ ваҡытта физик көсөргәнеш талап иткән иң ауыр төрҙәренең береһе. Ул бейеү, акробатика, балет һәм цирк сәнғәте элементтарын үҙ эсенә алған. Тағы шуны билдәләргә кәрәк, художестволы гимнастика кешенең үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһай һәм шәхес тәрбиәләүгә булышлыҡ итә, тигән фекерҙә белгестәр. Йәнә, ул – сәнғәттең бер төрө, тип әйтәләр. Эйе, ысынлап та, художестволы гимнастика – төрлө тармаҡ элементтарын берләштергән үҙенсәлекле һәм матур спорт төрө. Һәр кемдең спорттың берәй төрө, шул иҫәптән художестволы гимнастика менән шөғөлләнә башлау тарихы бар. Азиза Хажиева иһә бәләкәй сағынан гимнастика элементтарын эшләргә яратҡан. Ҡыҙҙарының был мауығыуын күргән ата-әсә уны ошо спорт төрө буйынса секцияға бирергә ҡарар иткән. – Кескәй генә саҡтан художестволы гимнастика менән шөғөлләнергә теләнем. Бер кем дә мине теләгемдән тыш күнекмәләргә йөрөтмәне. Был уй-ниәт миндә ҡайҙан булғандыр, хәҙер үҙем дә әйтә алмайым. Әммә үҙемде белгәндән алып, ошо спорт төрө менән мауыҡтым, – ти хәҙер Азиза Хажиева. Шулай итеп, Азиза дүрт йәшендә Өфөләге “Грациоза” художестволы гимнастика үҙәгенә күнекмәләргә йөрөй башлаған. Уның тренерҙары Гүзәл Кузнецова, Екатерина Мөхәмәтйәнова баланың һәләтен асыу өсөн күп көс һалған. Директор Алена Фролованың да Азизаның был спорт төрөндәге уңыштарында өлөшө ҙур. Һәр спортсы өсөн төрлө ярыштар – үҙ һәләтеңде асыу, тәжрибә туплау, уңышҡа өлгәшеү, башҡа спортсылар менән аралашыу өсөн бик мөһим сара ул. Азиза Хажиева иһә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә үткәрелгән спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡан. Уҡыу буйынса ла һынатмай ҡыҙ: төрлө олимпиадаларҙа үҙ көсөн даими һынай. Юрий Гагарин исемендәге кубокка олимпиадаларҙа ла даими ҡатнаша: физика, математика һәм информатика буйынса ярайһы ғына уңыштарға өлгәшкән. Әйткәндәй, тормоштоң һәр өлкәһендә ниндәйҙер һөҙөмтәле эшләү өсөн яҡындарыңдың аңлауы, хуплауы, кәрәккәндә йылы һүҙҙәр менән хуплап ебәреүе һис артыҡ түгел. Был, әлбиттә, спортҡа ла ҡағыла. Азизаның ата-әсәһе Зилә һәм Айгиз Хажиевтар иһә икеһе лә ҡыҙҙары Азизаның да, улдары Асҡарҙың да башланғыстарын хуплап, ярҙам итеп тора. Балалары ла уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Күптән түгел генә Азиза художестволы гимнастика буйынса “Сириус” командаһы составында спорт мастерлығына кандидат тип танылған. Әйткәндәй, ул 1-се разрядты яулағанға тиклем яңғыҙ сығыш яһаған. Хажиевтарҙың улдары Асҡар бала сағынан хоккей менән шөғөлләнә. Әле “МИФИ” милли тикшереүҙәр ядро университетының студенттар лигаһы командаһында уйнай. Былтыр чемпион тип танылған. Ғаилә башлығы Айгиз Хажиев – “Роснефть” компанияһында инженер, Зилә иһә Өфөләге 160-сы лицейҙа уҡыусыларға рус теленән белем бирә. Улар ғаиләләре менән сәйәхәт итергә яраталар, төрлө сараларҙа ҡатнашалар, балаларының төрлө йәһәттән үҫеше өсөн тырышалар. “Һәр бала һәләтле, тик уны үҫтерә генә белергә кәрәк”, – ти улар. “Яҡшы балалар тәрбиәләү ысулы – уларҙы бәхетле итеп үҫтереү”, – тип яҙып ҡалдырған билдәле философ һәм яҙыусы Оскар Уайльд. Бөгөн йәш быуын вәкилдәренә күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға, Ватаныбыҙға һөйөү-ихтирам булып әйләнеп ҡайтыр. ХЫЯЛЫН ТОРМОШҠА АШЫРҘЫЛАР Өфөләге Светлана Хоркина исемендәге Республика спорт гимнастикаһы үҙәге 2019 йылда төҙөлә башланы. 2018 йылда Өфөнән ете йәшлек гимнаст Дарья Крутько Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыу ваҡытында дәүләт башлығынан спорт залы өсөн һикереү ҡулайламаһы һораны. Президент ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашырырға һүҙ бирҙе – һөҙөмтәлә яңы спорт объекты төҙөргә ҡарар ителде. Төҙөлөш өсөн бүленгән аҡсаның дөйөм күләме 848,5 миллион һум тәшкил итә, шуның 410,3 миллионы федераль бюджеттан бүленгән. Баш ҡалалағы Аврора урамында урынлашҡан Спорт гимнастикаһы үҙәгендә, уҡыу-күнекмәләрҙән тыш, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар уҙғарыу мөмкинлеге бар. Бында 310 урынлыҡ трибуналар менән махсус гимнастика, күнекмәләр гимнастика, хореография залдары, буфет, медицина баһаланы кабинеттары, реабилитация залы, душ һәм административ бүлмәләр булдырылған. Бинаның дөйөм майҙаны 8,5 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Үҙәктең айырым инеү урыны булған 30 кешегә иҫәпләнгән дүрт ҡатлы ҡунаҡханаһы ла бар. Лариса СЕМНИЕВА, спорт гимнастикаһы буйынса спорт мастеры, Стәрлетамаҡ ҡалаһы: – Мин бәләкәйҙән художестволы гимнастика менән шөғөлләнәм. Тренерым Юлия Кинйәбулатоваға ошо спорт төрөнөң үҙенсәлектәре менән ныҡлап таныштырғаны, төрлө күнекмәләргә әҙерләгәне һәм йөрөткәне өсөн ҙур рәхмәт! Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа республикала спортҡа, шул иҫәптән художестволы гимнастикаға ҙур иғтибар бүленә. Был иһә йәш быуын вәкилдәренә лә, өлкәндәргә лә үҙенең яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнеү, сәләмәт тормош алып барыу мөмкинлектәрен аса. Светлана Хоркина исемендәге Гимнастика үҙәгенең асылыуы, өҫтәүенә, минең тап ошо бинала “Рәсәйҙең спорт мастеры” танытмаһын алыуым тормошома тағы бер йәм өҫтәне. БЫЛАР ХАҠЫНДА БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ? * Художестволы гимнастика Рәсәйҙә барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә. 1914 йылда Ленинград физик культура институты беренсе Юғары художестволы хәрәкәт мәктәбен аса. * 1980 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты художестволы гимнастиканы спорттың олимпия төрҙәренә индерелә. * Художестволы гимнастикала ҡулланылған туп 1934 йылда СССР-ҙа барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, ошо ваҡытта спорттың был төрө менән шөғөлләнә башлағандар. * Таҫма – был спорт төрөндә файҙаланылған иң матур элементтарҙың береһелер, моғайын. Ул балеттан алынған. Уны ҡулланыу идеяһының авторы – Рейнгольд Глизр. Композитор уны беренсе тапҡыр “Ҡыҙыл мәк” тип аталған балетта файҙаланған. Таҫма менән бейеүҙе беренсе тапҡыр Асаф Мессерер башҡарған һәм был элемент художестволы гимнастиканың төп атрибуттарының береһенә әүерелгән. * Ҡулсалар цирк сәнәғәтенән һәм спорт гимнастикаһынан алынған. * Һикергесте иһә 1934 йылда файҙалана башлағандар, ул балаларҙың бейеү сығыштарынан йәлеп ителгән. *26 октябрҙә Рәсәйҙә художестволы гимнастика көнө билдәләнә. * Республикабыҙҙан иң билдәле гимнастка – Рәсәй спортсыһы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе, команда иҫәбендә ике тапҡыр Европа чемпионы (2002, 2004), 2001-2002 йылдарҙа Донъя кубогы эйәһе, 2002 йылда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм Балтик буйы илдәренең Үҫмерҙәр уйындары еңеүсеһе Ләйсән Үтәшева. Бөгөн Ләйсән Үтәшева – телевидениела алып барыусы, спорт комментаторы һәм ике бала әсәһе. Тағы шуны әйтергә кәрәк: художестволы гимнастикала бер нисә элемент уның исеме менән аталған. ХУДОЖЕСТВОЛЫ ГИМНАСТИКАНЫҢ ФАЙҘАҺЫ * иммунитетты нығыта; * етеҙлекте һәм иғтибарлылыҡты арттыра; * тын алыу һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта; * тәнде һығылмалы итә; * ритм, музыкаль һәләт һәм артислыҡ барлыҡҡа килә; * яуаплылыҡ, тәртип, ихтыяр көсө кеүек сифаттар тәрбиәләй. ИҪКӘРМӘ: Терәк-хәрәкәт, йөрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты кеүек сирҙәр, пихик көсөргәнеш менән яфаланыусылар өсөн был спорт төрө менән шөғөлләнергә ярамай. Фотолар: Хажиевтарҙың ғаилә архивынан, Гимнастика үҙәге, "Башинформ".