Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Итле күмәс

Ҡамыр өсөн 300 гр он, 100 мл үҫемлек майы, 200 мл ҡайнар һыу кәрәк була. Эслек өсөн 300 гр бешкән тауыҡ ите, 1 баш һуған, тәменә ҡарап тоҙ, борос. Өҫтөнә һылар өсөн 1 йомортҡа һарыһы, кунжут алына. Үҫемлек майын һыу менән ҡушып ҡайнатабыҙ. Тәрән табаҡҡа он иләйбеҙ ҙә ҡайнап сыҡҡан майлы һыуҙы ҡоябыҙ. яҡшылап болғатабыҙ ҙа, һыуынғанын көтәбеҙ. Был ваҡытта эслекте әҙерләйбеҙ. Һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ ҙа үҫемлек майы менән ҡурабыҙ. Ошонда уҡ ваҡ итеп туралған тауыҡ итен өҫтәйбеҙ. Тоҙ, борос һалабыҙ. Әҙер ҡамырҙы 20 өлөшкә бүләбеҙ. Һәр ҡайһыһын түңәрәкләп йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ. Унан ике яғын эскә ҡарай бөкләйбеҙ. Сит яғына эслек һалып, төрәбеҙ. Торбаларҙы йәбештерелгән яғы менән аҫҡа һалабыҙ. Өҫтөн туҡылған йомортҡа һарыһын һөртөп, кунжут һибәбеҙ. 200 градус эҫелектәге духовкала 30 минут бешерәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Ҡамыр өсөн 300 гр он, 100 мл үҫемлек майы, 200 мл ҡайнар һыу кәрәк була.

Эслек өсөн 300 гр бешкән тауыҡ ите, 1 баш һуған, тәменә ҡарап тоҙ, борос.

Өҫтөнә һылар өсөн 1 йомортҡа һарыһы, кунжут алына.

Үҫемлек майын һыу менән ҡушып ҡайнатабыҙ. Тәрән табаҡҡа он иләйбеҙ ҙә ҡайнап сыҡҡан майлы һыуҙы ҡоябыҙ. яҡшылап болғатабыҙ ҙа, һыуынғанын көтәбеҙ.

Был ваҡытта эслекте әҙерләйбеҙ. Һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ ҙа үҫемлек майы менән ҡурабыҙ. Ошонда уҡ ваҡ итеп туралған тауыҡ итен өҫтәйбеҙ. Тоҙ, борос һалабыҙ.

Әҙер ҡамырҙы 20 өлөшкә бүләбеҙ. Һәр ҡайһыһын түңәрәкләп йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ. Унан ике яғын эскә ҡарай бөкләйбеҙ. Сит яғына эслек һалып, төрәбеҙ.

Торбаларҙы йәбештерелгән яғы менән аҫҡа һалабыҙ. Өҫтөн туҡылған йомортҡа һарыһын һөртөп, кунжут һибәбеҙ.

200 градус эҫелектәге духовкала 30 минут бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!