8 июлдә Екатеринбургта “Иннопром-2024” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе башланды, унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә видеобәйләнеш буйынса делегацияның тәүге эш көнө тураһында һөйләне. Мәҫәлән, форум даирәләрендә “Һаҡлыҡ банкы”, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Оман Солтанаты вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте лә инде. Планда – Белоруссияның сәнәғәт министры Александр Ефимов һәм Башҡортостандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Ҡанат Шарлапаев менән осрашыуҙар. Иртәгә, 9 июлдә, Башҡортостан делегацияһын республика Башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Ул бер нисә эшлекле осрашыу үткәрәсәк һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарында сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге рейтингы һөҙөмтәләрен презентациялауҙа ҡатнашасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йыл йомғаҡтары буйынса республика унда өсөнсө урынды алды, ә унан алда ике йыл рәттән рейтинг лидеры булды. – Алдыбыҙға ҙур бурыстар ҡуябыҙ. Фо