Ағымдағы йылдың ғинуар–апрелендә Башҡортостан Республикаһынан Төркиәгә экспорт тәьминәте күләме уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда 17,4 процентҡа артҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан. Бындай һөҙөмтәгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ярҙамында өлгәшелә. – Тәүге өс айҙа Төркиә Республикаһына беҙҙең экспорт 80,1 процентҡа - минераль продукттар һәм 19,5 процентҡа химия сәнәғәте продукцияһы менән билдәләнгән. Шулай уҡ уны беҙ аҙыҡ-түлек һәм сеймал, ағас һәм целлюлоза-ҡағыҙ әйберҙәре менән тәьмин иттек. Шул уҡ ваҡытта экспорттың ғына түгел, Башҡортостан Республикаһы менән Төркиәнең үҙ-ара тауар әйләнешенең дә артыуын билдәләйбеҙ. Күрһәткес 15,9 процентҡа артҡан, был уҙаҡташлыҡты үҫтереүгә ике яҡлы ҡыҙыҡһыныу тураһында һөйләй, — тип билдәләне төбәктең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Төркиә уҙаҡташ илд