Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең Бөрөгә эш сәфәре ҡаланың тарихи музейы менән танышыуҙан башланды. Музейҙың өлкән ғилми хеҙмәткәре Алексей Шамукаев тәүҙә мари халҡының милли кейем үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. "Ут Аллаһы" программаһында тәбиғи шарттарҙа ут алыу мөмкинлеген күрһәтте. Музейҙың үҙе лә күп ҡыҙыҡлы ҡомартҡылар һаҡлай. Улар тураһында ла журналистар күп нәмә белде, хатта 70 йыллыҡ тарихы булған патефондан йыр тыңланы. Барлығы музейҙа 15 меңләп экспонат һаҡлана. Шулай уҡ етештереүсе предприятиелар менән танышыу ҙа бөгөнгө программаға ингән. Шулай ҙа тап бөгөн, Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнөндә, Бөрөгә юлланыуыбыҙҙың ҙур сәбәбе лә бар. Ошо байрам уңайынан йыл һайын ҡалала ҙур фестиваль үткәрелә. Уны күрергә төрлө яҡтан ҡунаҡтар килә. Быйыл да бөрөләр был байрамға төплө әҙерләнгән. Ҡаланың Үҙәк майҙанында кискә ҙур саралар көтөлә. Петр һәм Февронияға һәйкәл асыу ҙа бөгөнгә билдәләнгән. Автор фотолары.