Балалы ғаиләләргә ниндәй пособиелар тейеш? Башҡортостанда бала тыуған һәр ғаилә, матди хәленең нисек булыуына һәм балалар һанына ҡарамай, дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Граждандарҙың ҡайһы бер категориялары – күп балалылар, аҙ тәьмин итегәндәр, яңғыҙ әсәләр һәм инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр өҫтәмә финанс ярҙамына эйә. Бала тыуыу һәм тәрбиәләү менән бәйле һәр ай һайын түләнеүсе пособие (Берҙәм пособие) Кемгә тейеш: йөклөлөгө 12 аҙналыҡтан уҙған, ғаиләлә йән башына тура килгән килеме Башҡортостанда билдәләнгән йәшәү минимумынан артмаған ҡатын-ҡыҙға. Пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең матди хәле иҫәпкә алына. Ғаиләнең өлкән ағзалары эш хаҡы алғанда йәки алмауҙарына объектив сәбәптәр булғанда, пособие тәғәйенләнәсәк. Күпме: пособие суммаһы ғаиләнең йән башына тура килгән килеменән сығып билдәләнә. 2024 йылда ауырлы ҡатындар өсөн берҙәм пособие күләме 7495 һум (50%); 11 243 һум (75%); 14 991 һум (100%) тәшкил итте. Нисек алырға: түләүҙе алыу өсөн ауырлы ҡатынға Рәсәй Социаль фонды бүлексәһенә йәки йәшәү урынына ярашлы Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә, йә булмаһа, “Дәүләт хеҙмәттәре” аша түләүҙе рәсмиләштерергә кәрәк. Бала тыуғанда бер тапҡыр түләнеүсе пособие Кемгә тейеш: бөтә ғаиләләргә. Күпме: һәр балаға 28294,95 һум. Ике йәки унан да күберәк бала тыуғанда бер тапҡыр тәғәйенләнеүсе пособие һәр бала өсөн түләнә. Нисек алырға: эшләүсе ата-әсәләрҙең береһенә Рәсәй Социаль фонды тарафынан түләнә. Мөрәжәғәт итеп тормайынса, сабыйҙың тыуыуын теркәү осрағы буйынса. Әгәр эшләмәһәгеҙ, Социаль фондтың йәшәү урынындағы клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Шулай уҡ пособиены “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша рәсмиләштерергә мөмкин. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.