Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфө поликлиникалары яңы төҫ ала

Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе. Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу өсөн төбәк программаһы эшләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе 2023 йылдың июнендә күсмә “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә уның эшләй башлауы тураһында иғлан иткәйне. Программаға биналарҙы капиталь ремонтлау һәм учреждениеларҙы заманса медицина ҡорамалдары, мебель һәм оргтехника менән ҡайтанан йыһазландырыу инә. Финанслауҙың дөйөм күләме – һигеҙ миллиард һум. – Поликлиникаларҙа 60-тан ашыу берәмек техниканы алмаштырыу, шулай уҡ 4,53 миллиард һум дөйөм суммаға серверҙар, автоматлаштырылған эш урындары һәм заманса мебель менән йыһазландырыу бурысы тора, – тип һөйләне Айрат Рәхмәтуллин. Алты йыл эсендә 54 өлкәндәр һәм 33 балалар поликлиникаһын, 25 республика медицина учреждениеһын һәм алты стоматология поликлиникаһын тәртипкә килтереү күҙаллана. 2024 йылда ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһы

Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе. Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу өсөн төбәк программаһы эшләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе 2023 йылдың июнендә күсмә “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә уның эшләй башлауы тураһында иғлан иткәйне. Программаға биналарҙы капиталь ремонтлау һәм учреждениеларҙы заманса медицина ҡорамалдары, мебель һәм оргтехника менән ҡайтанан йыһазландырыу инә. Финанслауҙың дөйөм күләме – һигеҙ миллиард һум. – Поликлиникаларҙа 60-тан ашыу берәмек техниканы алмаштырыу, шулай уҡ 4,53 миллиард һум дөйөм суммаға серверҙар, автоматлаштырылған эш урындары һәм заманса мебель менән йыһазландырыу бурысы тора, – тип һөйләне Айрат Рәхмәтуллин. Алты йыл эсендә 54 өлкәндәр һәм 33 балалар поликлиникаһын, 25 республика медицина учреждениеһын һәм алты стоматология поликлиникаһын тәртипкә килтереү күҙаллана. 2024 йылда ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 500 миллион һум бүленде. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы капиталь ремонт башланған биналар исемлеген билдәләне. Улар араһында Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностика корпусы, Кувыкин һәм Һынаусылар урамдарындағы 2-се балалар поликлиникаһы филиалдары, 5-се балалар поликлиникаһы һәм Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансеры бар. Медицина учреждениелары өсөн шулай уҡ дөйөм суммаһы 265,1 миллион һумға 1,6 мең берәмек яңы ҡорамал, мебель һәм оргтехника алыу планлаштырыла. Сығышын йомғаҡлап, Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостанда балалар поликлиникалары өсөн типик дизайн-проект раҫланды, тип хәбәр итте. Өлкәндәр поликлиникалары өсөн дә берҙәм стиль әҙерләйҙәр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң беренсел медицина ойошмаларын яңыртыуҙы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе тип атаны һәм тәүге яңыртылған объекттарҙы 2024 йылдың октябрь-ноябрендә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана тип билдәләне. – Киләһе йылға объекттарҙы раҫларға кәрәк. Тәүҙә беренсе сиратта ремонт талап иткән учреждениеларҙы һайлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Күп кенә райондарҙа бик яҡшы поликлиникалар эшләй. Хәҙер Өфөлә лә поликлиника звеноһын тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Шулай уҡ төбәк етәксеһе балалар медицина учреждениеларының берҙәм стилен индереү башланғысын хупланы. – Бала яҡты һәм матур бинаға инһен һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмаһын өсөн бөтә республика буйынса берҙәм брендбук, берҙәм код булырға тейеш, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Объекттарҙы ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу мөһим. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.