Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә “Стерэкс Пак” компанияһының эшмәкәрлеге тикшерелде. 2017 йылдан Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә эшләгән предприятие төрлө эсемлектәр өсөн асептик ҡаптар етештереүҙә махсуслаша. Коллективта 130 кеше эшләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың апрелендә “Инвестиция сәғәте”ндә импортты алмаштырыусы проект хупланды. Ә 2020 йылдың октябрендә төбәк етәксеһе Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре барышында яңы технология комплексының эше менән танышты. “Стерэкс Пак” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Голобородкин предприятиеның финанс-иҡтисади эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәрендә ыңғай динамика күҙәтелеүе хаҡында һөйләне. 2023 йылда предприятиеның кереме дүрт миллиард һумдан ашҡан. Ә быйыл күрһәткесте алты миллиард һумға тиклем еткерергә планлаштыралар. – Рәсәйҙә етештерелгән сеймалға күсеү компания үҫешенең мөһим аҙымы булды. 2022 йылда дүрт ай дауамында илебеҙҙә етештерелгән ҡатырға, полиэтилен, башҡа материалдар менән тәьмин итеүс