Был юлы юлдаштарым танылған яҙыусы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин менән билдәле блогер Илдар Юлдыбаев булды. Маҡсатыбыҙ Башҡортостан яугирҙәре менән осрашып, улар хаҡында мәҡәләләр әҙерләү, егеттәрҙең хәл-әхүәлен белешеү, уларға рухи теләктәшлек күрһәтеү, яҡташтар әҙерләгән ярҙам сараларын һәм күстәнәстәрҙе тапшырыу ине. Яҡташтарыбыҙ һынатмай Сәфәребеҙ Луганск Халыҡ Республикаһынан башланды, сөнки унда беҙҙең республиканың базаһы урынлашҡан. Ғәҙәттә, командировкалар барышында маршруттарҙы, эш йүнәлештәрен билдәләү ошонда атҡарыла. Бында ла беҙҙең күп егеттәребеҙ хеҙмәт итә. Улар менән аралашып, тыуған яҡтың сәләмдәрен тапшырҙыҡ. 22 июндә – Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Мөнир Ҡунафин менән “Саур-Ҡәбер” мемориаль комплексында булырға тура килде. Белеүебеҙсә, был комплекс 1943 йылда Совет армияһы тарафынан Донбассты азат итеү хөрмәтенә асыла. 2014 йылда Украина ҡораллы көстәре менән бәрелештәр барышында ул ныҡ ҡына зыян күрә. Илебеҙ етәкселегенең тырышлығы менән емерелгән комплекс тулыһынса тергеҙелеп, 2022 йылдың сентябрендә яңынан асылды. Тап шундай датала, йәғни Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, ошонда булыу күңелгә айырыуса көслө тәьҫир итте. Был комплекс һәм бындағы мөхит тыныслыҡтың ни тиклем мөһим ҡиммәт булыуын нығыраҡ аңларға булышлыҡ иткәндәй... Артабан, алдан билдәләгәнсә, “Башҡортостан” полкы яугирҙәре янында һәм Запорожье өлкәһендә өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылған егеттәр эргәһендә булдыҡ. Яҡташтарҙың кәйефе көр, төшөнкөлөккә бирелеп, икеләнеп йөрөгәндәрҙе күрмәнек. Уларҙың барыһы ла бында ниндәй маҡсат менән килгәнен яҡшы белә, бурысыбыҙ – илде һаҡлау тип, һәр береһе әйтеп тора. Ни тиклем ҡатмарлы юлды һайлауын һәр береһе яҡшы аңлай, әммә һис тә зарланмай. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ, тиҙәр һәм был, ысынлап та, шулай. Ихлас ярҙам өсөн рәхмәт! Башҡортостандың күп милләтле халҡы ла, республика етәкселеге лә махсус хәрби операция биләмәһендә ил именлеген яҡлаған яугирҙәребеҙ тураһында даими хәстәрлек күрә. Быны яу ҡырындағы егеттәребеҙ ҙә һәр саҡ айырып билдәләй. Был юлы ла алыҫ сәфәргә буш ҡул менән барманыҡ. Егеттәргә маскировкалау селтәрҙәре, ҡоро душтар, башҡа төрлө күстәнәстәр илттек. Белеүегеҙсә, Өфөләге Матбуғат йортонда "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто" дәүләт унитар предприятиеһының генераль диреторы вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев һәм Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков башланғысында селтәр үреү өсөн ҡорамалдар эшләнде һәм хәҙер журналистарҙың берҙәм көсө менән яугирҙәргә маскировка селтәрҙәре оҙатылып тора. Коллегабыҙ – “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире, “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Рәмил Мансуровҡа ҙур рәхмәт! Ул, Стәрлетамаҡ ҡала советы депутаты булараҡ, урындағы ижтимағи ойошмалар менән ныҡлы бәйләнеш булдырыуға өлгәшкән. Был юлы Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы ирекмәндәре 20 селтәр әҙерләп ебәрҙе. Ә Рәмил Ғәбдрәшит улы шәхсән үҙе ҙур ғына күләмдә шифалы бал һалды. Баймаҡ эшҡыуары Зөлфирә Әминева ҡыҙы, билдәле йырсы Гөлдәр Ишҡыуатова менән бергә әҙерләп ебәргән тәмле ҡороттарҙы ла яугирҙәр ихлас күңелдән ҡабул итте. Шағирә Лариса Абдуллина күптән түгел үҙе ошо тарафтарҙа булып, Башҡортостан яугирҙәре менән осрашып ҡайтҡайны. Ул үҙенең юлъяҙмаһының геройҙарына – МХО биләмәһендә танышҡан батыр һалдаттарға исемләп яҙып, бүләккә яңы китабын һалды. Беҙ уларҙы мөмкин булғанса тапшырҙыҡ. Һуғыш уйын түгел, унда кемдер – алғы һыҙыҡта, кемдер яраланып, госпиталгә эләккән, бәғзе берәүҙәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға юлланған. Шулай ҙа ҡалған китаптар ҙа үҙ эйәһен табыр, тип ышанабыҙ. Шағирә Гөлназ Ҡотоева ла китабын бүләк итеп ебәрҙе. Ғөмүмән, һуғыш шарттарында ла егеттәрҙең нәфис һүҙгә, баҫма матбуғатҡа мөнәсәбәте йылы булыуы шунда уҡ күҙгә ташлана. Улар китаптар өсөн дә, республиканан ике аҙнаға бер килеп торған гәзиттәр өсөн дә ҙур рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, республикабыҙ яугирҙәре “Башҡортостан” гәзитен, унда донъя күргән “Илһөйәр” ҡушымтаһын көтөп алыуын билдәләне. Башҡортостан журналистарының МХО яугирҙәренә ярҙам эшенә ҙур теләк һәм дәрт менән ҡушылыуы ҡыуандыра. Был юлы ла яҡташтарҙың йөрәк йылыһын ҡушып әҙерләгән күстәнәстәрен яугир егеттәр ихлас ҡабул итте һәм оло рәхмәт белдереп, тыуған яҡтарына, яҡындарына ҡайнар, һағынышлы сәләмдәрен еткерҙе. Барыһы ла – йөрәктә Махсус хәрби операция биләмәһенә был командировкабыҙ көтөлмәгән осрашыуҙар ҙа бүләк итте. Мәҫәлән, элекке уҡыусыбыҙҙы – Ишембай районының Иҫке Һәйет ауылынан “Солтан” позывнойлы яугирҙе осраттым. Сирек быуат үткәс, яу яланында уҡыусымды осратырмын тип кем уйлаған... Ул бөгөн үҙен ҡыйыу командир итеп танытҡан, бында уны ныҡ хөрмәт итәләр. Ҡул аҫтындағы яугирҙәрен аяп, һаҡлап, яҡлап ҡына йөрөтә. Уның хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә “Әсән” позывнойлы яугир “Ишембайҙың ҡыйыу “Солтан”ы” тип аталған матур йөкмәткеле мәҡәлә лә яҙып сыҡты. Башҡортостан Журналистар союзы бындай хәрби командировкаларҙы алтынсы тапҡыр ойошторҙо, шәхсән үҙемә өс тапҡыр барып ҡайтырға тура килде. Ҡайһы берәүҙәр: “Өйрәнеп тә бөткәнһеңдер инде”, – ти. Юҡ, өйрәнеп булмай, сөнки һәр сәфәр – үҙенсә, һәр геройыбыҙ – үҙе бер шәхес. Ғөмүмән, махсус хәрби операция биләмәһендә осратҡан, танышҡан, әңгәмә ҡорған һәр кем йөрәккә уйыла. Ҡайтҡас та улар тураһында уйҙар, улар хаҡында борсолоу тынғы бирмәй. Күптәре төшкә лә ингәне бар... Бындай сәфәрҙәр кәрәкме, тип әйтеүселәр ҙә булыр. Был һорауҙы мин үҙемә лә биргәнем бар, был юлы яугирҙәрҙән дә ошо хаҡта белештем. “Һеҙҙең ярҙамығыҙҙы, беҙҙең хаҡта хәстәрлек күреүегеҙҙе тойоу, күреү ныҡ кәрәк. Ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйып, алыҫ юл үтеп килеүегеҙ, блиндаждарҙа, окоптарҙа булып, мәҡәләләр эшләүегеҙ, яҡташтарҙан йылы сәләмдәр, кәрәк-яраҡ, ярҙам саралары алып килеүегеҙ рухыбыҙҙы нығыта. Был беҙҙең бергәлекте, берҙәмлекте раҫлай. Гәзиттәрҙән туғандарыбыҙ, тыуған яҡтарыбыҙҙағы хәлдәр тураһында уҡып ҡыуанабыҙ, бында килеп, беҙҙең хаҡта яҙып, яҡындарыбыҙҙы шатландыраһығыҙ. Шуға күрә һеҙ бик мөһим эш башҡараһығыҙ. Ошоноң өсөн ҙур рәхмәт!” – тине яугирҙәр. Тимәк, эшебеҙ юҡҡа түгел. Һайлаған юлыбыҙ дөрөҫ. Киләсәктә лә бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ! Вәдүт ИСХАҠОВ. ЛХР, ДХР, Запорожье өлкәһе. Автор фотолары. БЕЛЕШМӘ Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
"Туғандарыбыҙ, тыуған яғыбыҙ тураһында уҡып ҡыуанабыҙ"
8 июля 20248 июл 2024
1
5 мин