Р. исемле йәш ирҙең һөйләгәндәре күптәрҙе уйландырыр. Мин уға был донъяла үҙ урынын табып, бәхетле йәшәп китеүен теләйем. Мин бәйән итәсәк ваҡиға, дөрөҫөрәге минең хәсрәтле яҙмышым ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Дөрөҫөрәге, шул зат арҡаһында нисек тормошомдоң пыран-заран килеүе. Ирҙәр, ә һеҙгә аҡыл булыр! Был көндө һөйгәнем менән талашып киттем. Өйләнешергә йөрөгән ваҡыт. Киләсәктә ҡайҙа, нисек һәм ниндәй аҡсаға йәшәйәсәктәре хаҡында һөйләшеп уртаҡ телгә килә алмайбыҙ ҙа ҡуябыҙ. Боронғоса әйткәндә, “ҡарт ҡыҙ” йәшенә ингән кәләшем туй мәжлесенең ҡабатланғыһыҙ матур, сағыу итеп ойошторолоуын теләй. Әммә мин әле бер, әле икенсе урында эшләгән, һәр саҡ төҙөлөш эштәрендәге ялсы-батрак бының мөмкин булмауын белдерҙем. Ә һөйгәнем зәһәр һөйләште: “Мин кейәүгә бер тапҡыр ғына сығасаҡмын! Шуға күрә матур туй күлдәге лә, машиналар ҙа булырға тейеш!” Сираттағы мәртәбә аҡса еткерә алмаясағым тураһында әйткәс, кәләшем: “Ысын ир булһаң аҡса табыр инең!”-тине лә әйләнеп китте. Был аяуһыҙ һүҙҙәр мине шаңҡытты.