Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡыҙҙар аҡсаларынан баш тартҡан...

Ауырғазы районының Сыуаш Ҡарамалы мәктәбен тамамлаусы ҡыҙҙар тантаналы сығарылыш кисәһенән баш тартып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәргә ярҙам итергә ҡарар иткән. Быйыл Сыуаш Ҡарамалы мәктәбе менән биш ҡыҙ – Анастасия Захарова, Елена Иванова, Анна Лазарева, Дарья Михайлова, Алена Филиппова хушлаша. Уҡыусылар ҡыш көнө үк сығарылыш кисәһен үткәрмәҫкә, ә аҡсаны изге эшкә, Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереүгә һалмаҡсы була. Уларҙың тәҡдимен ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа хуплай. Илһөйәр ҡыҙҙар туплаған аҡсаларын райондың ирекмәндәр штабына тапшырҙы. Афарин, ҡыҙҙар! Оло тормошҡа аяҡ баҫыу алдынан изге эштәр ҡылыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Уңыштар һеҙгә! Фото: https://vk.com/aur_vesti