2024 йылдың тәүге яртыһында республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында пульмонология эшмәкәрлегенә беренсе тапҡыр лицензия алған медицина ойошмалары һаны 6,5 процентҡа артты. Элек теркәлгән медицина ойошмаларына ошо профиль буйынса йәнә ете ойошма өҫтәлде. – Үпкә системаһы сирҙәре хәҙерге ваҡытта артыуын дауам итә. Айырыуса экология торошо насар булған эре ҡалаларҙа, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. – Шуға күрә пульмонология хеҙмәтенең камиллашыуы һәм үҫеүе бик мөһим. Уның тәүге сираттағы бурысы – тын алыу ағзалары буйынса яңы махсуслаштырылған үҙәктәрҙе үҫтереү, иртә диагностикалау, алдынғы технологияларҙы индереү, ваҡытында терапия үткәреү, тормош сифатын яҡшыртыу, халыҡтың хеҙмәт һәм иҡтисади юғалтыуҙарын кәметеү. Хәҙерге ваҡытта лицензиялау буйынса дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү срогы 15 көн тәшкил итә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһы