Был аҙнала иғтибар үҙәгендә булған темалар исемлеге оҙон: Украина прокуратураһының ситтән тороп Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа һәм Өфө мэры Ратмир Мәүлиевҡа ғәйепләү белдереүенән алып, КВН-сыларҙың башҡорттарҙан көлөүе һәм үҫмерҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен асыҡлауға тиклем. Украинаның ғәйепләүҙәренә килгәндә, был турала ”Башкирский гамбит” телеграм-каналы анализ эшләне. Улар фекеренсә, был түбәндәгеләрҙе аңлата. Бөтә Башҡортостан Радий Хәбиров етәкселегендә ысынлап та яугирҙәребеҙҙең еңеүе һәм махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеүе өсөн бик күп эш башҡара. Матди хәленә йәки ижтимағи статусына ҡарамаҫтан, халыҡтың күбеһе еңеүгә ҡулынан килгәнсә өлөш индерә. Быны дошмандарыбыҙ таный. Республикала доброволецтарға, мобилизацияланғандарға һәм яңы биләмәләрҙә йәшәгәндәргә гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса системалы эш ҡуйылған. ЛНР-ҙа республика ярҙамында тыныс тормош тергеҙелә. Беҙҙең яугирҙәр кесе Ватаныбыҙ ярҙамы менән яҡшыраҡ яҡланған һәм хәрби бурыстарын яҡшыраҡ үтәй. Күҙалланған санкцияларҙы енәйәт эҙәрлекләүенә тиклем көсәйтеү илебеҙҙең башҡа субъекттары башлыҡтарын ҡурҡытыуға йүнәлтелгән. Имеш иҫкәртәләр: Радий Хәбиров кеүек махсус хәрби операцияға ярҙам итәһегеҙ икән, һеҙгә лә енәйәт эше асыласаҡ. Эштә Ратмир Мәүлиевты иҫкә алыу ғәйепләү санкцияларын көсәйтеү маҡсатына эйә. Шулай уҡ Украина яғынан Өфө мэры йөҙөндә МХО-ға булышлыҡ итеүгә ҙур өлөш индергән республиканың башҡа муниципалитет башлыҡтарына иҫкәртеү яһала. Һығымта бер: беҙ барыбыҙ ҙа дөрөҫ эшләйбеҙ! Беҙ еңәсәкбеҙ! Был аҙнала телеграм-каналдар “Өфө егеттәре” КВН-командаһы сығышынан гөрләп торҙо. Улар КВН-дың Беренсе лигаһында сығыш яһаған. “Юмористар” норвежса йөрөгән әбейҙәрҙән көлә, Өфөнөң наркоман-һыуһары тураһында шаярта, йыуан ҡатындарҙы эләкләй һәм бөтәһен дә туғандар тип атай. Ахырҙа, республика йөҙөн похмелье синдромы менән сағыштыралар. Йәмғиәттең уларға ҡарата тейешле реакцияһы тураһында яҙып тороу артыҡ, барыһы ла команданың түбән кимәле тураһында фекерен уртаҡлаша. Тик ни өсөн ысын башҡорт ҡиммәттәрен һәм традицияларын алға һөрөү урынына бына шундай хәл килеп тыуа? Жюри фекере: был насар сығыш булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Беренсе лига – команданы Беренсе каналда Юғары лигала сығыш яһауға әҙерләү. Ә унда ни өсөн һәм нисек эшләргә кәрәклеген аңлатмайҙар, шунда уҡ дилетанттарҙы алып ташлайҙар. Шуға күрә примитив ҡара юморлы егеттәрҙең КВН-дың Премьер-лигаһына үтмәүе бер кемде лә артыҡ аптыратманы. Хатта жюры ағзалары уларға былай итеп шаяртырға ярамай тине, кимәлдәрен түбән баһаланы. Команда егеттәре белдереүенсә, улар үҙҙәренең сығыштары өсөн шаяртыуҙарҙы үҙҙәре яҙа, махсус авторҙары юҡ. Һөҙөмтәлә, республиканың ҡыҙыҡлы үҙенсәлектәрен һәм уның абруйын ҡыҙыҡ итеп күрһәтәһе урынға, беҙ бик түбән шаяртыу кимәлен ишеттек. Әйткәндәй, “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы ла был хәлгә иғтибарһыҙ ҡалманы. Тик улар ошо әҙәпһеҙ сығышта ла хайп табып, унда республиканы ғәйепләргә маташыусыларҙы фашланы. Ҡайһы бер телеграм-каналдар “Башҡортостанды оятҡа ҡалдырған” команда республика бюджетынан финанслаған тип яҙҙы. Имеш улар Пермгә Башҡортостан Башлығы грантына барған. Фейктарҙы таратырға ашығабыҙ. Пермдә сығыш яһау БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, төбәк КВН хәрәкәте иҫәбенә лә тәьмин ителмәгән. Етмәһә, улар грант отманы. “Был команда грант отманы. Башҡортостанда КВН буйынса проекттар тормошҡа ашырыла, әммә уларҙың был командаға ҡатнашы юҡ”, – тип был хәлгә Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды директоры Люциә Сәйфуллина аңлатма бирҙе. Урындағы КВН йәмәғәт ойошмаһы 2023 йылда Башҡортостан Башлығы гранттарына конкурстарҙың ғариза компанияһы йомғаҡтары буйынса ике проектты тормошҡа ашырыуға грант алды. Был проекттар бөгөнгә тамамланған. Фондтың отчеттарында республиканан ситтә шоуҙа ҡатнашыуға сығымдар күрһәтелмәгән. Билдәләп үтергә кәрәк, был команда Халыҡ-ара КВН союзының Беренсе лигаһына инә. Республика КВН лигаһына уның бер ҡыҫылышы ла юҡ. Шуға ярашлы, сығышты Беренсе Лиганың яуаплы кешеләре мөхәррирләгән. Каналда күтәрелгән тағы бер тема Баймаҡта булған хәлгә ҡағылды. Baza телеграм-каналы Баймаҡтағы ауылда ҡаланан килгән егетте дредтары өсөн туҡмағандар тип яҙып сыҡты. Имеш ул ҡиәфәте менән иноагент Алишер Моргенштернға* оҡшап торған. “Фактчекинг по-башкирски” каналы прокуратура менән бәйләнешкә сыҡҡан һәм йәштәрҙең туҡмалған егеттең эшһеҙ ятыуы һәм эскелеккә бирелеүе өсөн һуғышҡанын асыҡлаған. Һуғышыусылар – бер-береһенә туғандар, икәүһе – бәлиғ булмаған. Прокуратура асыҡлауынса, егет тән йәрәхәттәре алмаған һәм туғандарына дәғүә белдермәгән. Әлбиттә, туғандар араһындағы бындай хәлдәр һәр ваҡыт имен генә тамамланмай. Шуға күрә уларҙан өлгө алырға кәңәш итмәйбеҙ. Ошо көндәрҙә Көнсығыш сығыу юлына бәйле шау-шыу ҡубып алды. Унда хәрби хәрәкәттәр ветерандары өсөн юл йөрөү түләүһеҙ буласаҡ тиелгәйне. Тик ҡайһы бер телеграм-каналдар, Афғанстанда һәм Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар өсөн бындай хоҡуҡ юҡ һәм улар ҡәнәғәтһеҙлек белдерә тип яҙылды. Ысынында иһә, махсус хәрби операция һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ғына бындай мөмкинлеккә эйә булмаясаҡ. Таныҡлыҡтар булған осраҡта һанап үтелгән хәрби хәрәкәттәр ветерандары ла юлға бушлай сыға ала. Башҡортостан Республикаһы Һанлы үҫеш министрлығы мәғлүмәте буйынса, льготалы йөрөү системаһы көҙ көнө эшләй башлай. Кисектереү дәүләт һатып алыуҙары тураһындағы закон нормалары сиктәрендә программа тәьминәтен булдырыу кәрәклеге менән бәйле. Сервис әҙер булғас, граждандар түләүле автомобиль юлы буйлап льготалы юл йөрөүгә ғариза бирә ала. Ғаризаларҙы тикшергәндән һуң льготалыларҙың автомобилдәре бушлай йөрөү хоҡуғына эйә булған транспорт саралары реестрына индерелә. Бөтә был мәғлүмәт – сер түгел. Уҡырға йыбанһағыҙ, кәрәкле ведомстволарҙың номерҙарын йыйығыҙ һәм мәҡәләләрегеҙҙе баҫтырыр алдынан мәғлүмәтте аныҡлағыҙ, тип кәңәш бирә канал журналистарға. Был аҙнала ҡайһы бер Telegram-каналдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылы янындағы карьерҙы эшкәртеү, урман һәм йылға ярҙарын юҡҡа сығарыу тураһында мәғлүмәт таралды. Автор билдәләүенсә, ер аҫтын файҙаланыусылар эштәр тамамланғандан һуң ерҙәрҙе рекультивациялау үткәрмәй, ә Экология министрлығы ҡағыҙҙар яҙыу менән була. Әммә ысынбарлыҡ башҡаса булып сыҡты. Ҡырмыҫҡалы районында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға 23 лицензия теркәлгән. 2023 йылда 18 участка Ҡабак ауылы янында урынлашҡан, ә өс участка – Күҙәй ауылы янында. Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы лицензия хужаларының ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу шарттарын үтәүҙәрен даими күҙәтеп бара. 2024 йылда ер аҫтын файҙаланыусыларҙың отчет мәғлүмәттәрен анализлау йомғаҡтары буйынса ер аҫтын файҙаланыу шарттарын боҙоуҙар асыҡланған. Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре 16 ер аҫтын файҙаланыусыға ҡарата район прокуратураһы үткәргән тикшереүҙәрҙә ҡатнашты. Туғыҙ закон боҙоу осрағы асыҡланды. 2024 йылда район биләмәһендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға ике лицензия тартып алынған. Ҡырмыҫҡалы районында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге 2024 йылдың 25 майында үткәрелгән Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында тикшерелде. Ағымдағы йылдың июнендә министрлыҡ контроль-тикшереү саралары ойошторҙо, уның барышында дүрт лицензиялы участкала файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу эштәре алып барылыуы асыҡланды. Бер һүҙ менән әйткәндә, ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге мәсьәләләре республиканың даими контролендә, шуға күрә борсолорға кәрәкмәй. *Моргенштерн - сит ил агенты тип танылды.