Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге республика делегацияһы халыҡ-ара “Рәсәй” форум-күргәҙмәне ябыу тантанаһында ҡатнашты. Күргәҙмәнең ойоштороу комитеты рәйесе, Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко күргәҙмәгә ҙур өлөш индергән төбәктәргә рәхмәт белдерҙе. – Күргәҙмәлә 18 миллиондан ашыу кеше булды, был беҙ уйлағандан күберәк булып сыҡты. Эш һанда ғына түгел, ә сифатта – кешеләрҙең уй-тойғоларында. Дүрт ай әҙерлек һәм һигеҙ ай эш барышында был эштә ҡатнашҡан кешеләр күңелдәрен һалып эшләне –президент һәм губернаторҙарҙан башлап корпорациялар, предприятиелар, журналистар, ирекмәндәр һәм эшселәргә тиклем, – тип билдәләне Сергей Кириенко. Андрей Назаров әйтеүенсә, республика күргәҙмә дауамында төрлө өлкәләрҙә үҙенең ҡаҙаныштарын һәм ҡеүәтен күрһәтте, инновация проекттарын һәм технологияларын ғына түгел, яңы идеяларға һәм партнерлыҡҡа асыҡлығын да билдәләне. – Космолет рәүешендәге Башҡортостан стенды публикала ҙур ҡыҙ