Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә республиканың сағыу профессионалдары тураһында һөйләргә булған. Ни өсөн улар тап ошо һөнәрҙе үҙ иткән? Ни өсөн улар эштәрен ярата? “ Минең тәүге геройым – Вил Мамил улы Тимербулатов, хирург, профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы һәм ... химик була алмай ҡалған шәхес! Бына уның тарихы. “ Мәктәптә мин яҡшы уҡыным, химияны яҡшы белдем, олимпиадаларҙа еңеүсе булдым, БДУ-ның химия факультетына имтиханһыҙ ҙа уҡырға инә ала инем. Химия уҡытыусыһы, бына тигән педагог һәм үҙенсәлекле шәхес Гәрәй Нурғәле улы Өмөтбаев минең уның эшен дауам итеүемде теләне. Вузға инергә әҙерләне, өлкән кластарҙа вуздар өсөн химия буйынса китаптарҙы бер нисә тапҡыр уҡып сыҡтым. Тик мин химия тураһында ғына түгел, медицина тураһында ла уйландым. Табип булырға яҙһа, бары хирург буласаҡмын! Шуға күрә БДУ-ның ҡабул итеү комиссияһынан документтарымды алып, Башҡортостан медицина унверситетына илттем. Имтихандарҙы “бишле”гә тапшырҙым. Әл