Эстрада йондоҙҙарына йыш ҡына интернетта яҙылыусылары һәм фанаттары насар һәм үпкәләткес һүҙҙәр яҙа. Ошо көндәрҙә йырсы, күптән түгел әсәй булған Ришат Төхвәтуллиндың ҡатыны Әлиәгә бер яҙылыусыһы йәмһеҙ хәбәр ҡалдырған. Әлиә был яҙма менән уртаҡлашты. “Мин һеҙҙе бәпесегеҙҙе үҙегеҙ тапҡанһығыҙ икән тип торам. Э-э-э-х, шундай йәш килеш кесарево яһаттығыҙмы? Слабачка. Яратҡан ирегеҙгә кесарево аша бала табып бирергә оят булманымы? Ярар, молодец, барыбыр хеҙмәт инде. Уңыштар”, – тип яҙған уға бер ҡатын. Әлиә лә шым ҡала алманы. “Бындай смстар менән мине үпкәләтергә теләйҙәрме? Ниңә яҙалар, аңламайым. Барыһы ла минең матур һөйләмәүемдән, мине ҡарағас, уның ҡоҫҡоһо килеүенән башланғайны. Ҡоҫҡоһо килгәс, ниңә минең стористарымды ҡарай һуң ул? Пабликтарҙа килеп сығаһығыҙ ти ул миңә. Стористар пабликтарға сыҡмай тип беләм”, – тип яҙа Әлиә. Шул уҡ ҡатынға яуап биреп йырсы: “Тимәк, минең яратҡан ирем табиптарға ҡаршы төшөргә һәм миңә бәпесте нисек табыу дөрөҫөрәк булғанын хәл итергә тейеш инеме?” – тип һорау бирә. Бала тапҡан һәр ҡатын герой. Бәпестең ниндәй юл менән донъяға килеүе әллә ни мөһим дә түгел кеүек. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Фото: "Бәйләнештә".