Өфө медицина колледжында тантаналы сара үтте: “Дауалау эше” белгеслеге буйынса буласаҡ белгестәргә дипломдар тапшырылды. Йәштәрҙе иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотларға һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин килде. “Һеҙ еңел булмаған, әммә бөтә донъя өсөн бик кәрәкле һәм гуманлы профессия һайлауығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ. Ғүмерҙәрҙе һәм кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау үтә лә мөһим эш,– тине Айрат Рәхмәтуллин. Ул тап йәш белгестәргә киләсәктә ҡаҙаныштарҙы дауам итергә, заманса технологияларҙ индерергә тура киләсәген белдерҙе. Быйыл колледж төрлө йүнәлештәр буйынса бөтәһе 522 белгес әҙерләп сығарҙы. “Дауалау эше” белгеслеген алған студенттар медицина ойошмаларында ҙур ихтыяж менән файҙаланған тағы бер белгеслекте үҙләштерҙе. Улар “Ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам” белгеслегенә лә эйә. Яҡын арала ашығыс медицина хеҙмәтен 61 фельдшер тулыландырасаҡ. Уларҙың 14-е уҡыуҙы отличие менән тамамлаған. Ҙур ышаныс менән ҡарайбыҙ йәш кадрҙарға. Уларға уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.