Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кемгә быйыл диспансерлаштырыу үтергә?

2024 йылда кемдәр диспансерлаштырыу үтеп, һаулығын тикшертергә тейеш? 1985, 1988, 1991,1994, 1997, 2000, 2003, 2006 йылдарҙа һәм 1985 йылға тиклемге осорҙа тыуғандар диспансерлаштырыуға килергә тейеш. Ҡалғандар иҫкәртеү тикшеренеүҙәре үтә ала. Медицина тикшеренеүен үтеү өсөн поликлиникаға үҙеңдең участка терапевтына йәки медицина профилактикаһы кабинетына мөрәжәғәт итегеҙ. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, диспансерлаштырыуҙың бөтә этаптары бушлай үткәрелә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.